10:49 (UTC+5), 29 Августа 2013

Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты, Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Депутатҡа эшкә урынлашыу, белем биреү учреждениеларына ремонт эшләүгә булышлыҡ итеү, балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына урынлаштырыу, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең социаль проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итеү мәсьәләләре менән мөрәжәғәт иттеләр. Депутат һәр кешене иғтибар менән тыңлап, тейешле консультация бирҙе. Һәр мәсьәлә контролгә алынды, тейешле учреждениеларға рәсми запростар ебәреләсәк.
Балалар баҡсаларында урындар етмәү мәсьәләһенә килгәндә, депутат фекеренсә, бөгөн республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында был мәсьәлә буйынса аныҡ саралар күрелә: яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөлә, иҫкеләре реконструкциялана, шәхси һәм ғаилә балалар баҡсалары булдырыла. Быйыл «Балалар баҡсалары - балаларға» федераль партия проекты старт алды, тип хәбәр итте депутат. Уның сиктәрендә, төбәктәргә мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләрен хәл итеүгә һәм бөтә ил буйлап балалар баҡсаларын төҙөүгә 59 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Башҡортостанға 1 миллиард 700 миллион һумдан ашыу сумма йүнәлтелгән. Был, әлбиттә, республика халҡы өсөн көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур ярҙам буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика