Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Август 2013, 11:06
Башҡортостан үҫемлекселек тармағын үҫтереүгә яҡынса 104 миллион һум күләмендә федераль субсидия аласаҡ
Башҡортостан үҫемлекселек тармағын үҫтереүгә 103 миллион 961 мең һум күләмендә федераль субсидия аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте 2013 йылда үҫемлекселек өлкәһендәге иҡтисади йәһәттән мөһим программаларҙы ҡушып финанслауға федераль ҡаҙнанан төбәк бюджеттарына бүленәсәк субсидиялар күләмен раҫланы. Документҡа РФ Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Был маҡсаттарға Рәсәй Федерацияһы субъекттарына йәмғеһе 3 миллиард һум күләмендә аҡса бүленә.
Субсидиялар РФ Ауыл хужалығы министрлығы менән Рәсәй субъекттары дәүләт власының юғары башҡарма органдары араһында төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә бүленә.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
субсидиялар
Читайте нас