Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
05:00 (UTC+5), 19 Августа 2013

Рөстәм Хәмитов Межгорье ҡалаһының социаль объекттарында булды

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика райондары буйлап эш сәфәре барышында Межгорье ҡалаһының социаль объекттарында булды.
«Йәшлек» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә республика етәксеһе көрәш, аэробика, тренажер залдарын һәм хоккей ҡумтаһын ҡараны. Учреждениела йәмғеһе 11 секция эшләй. Мәктәп директоры Галина Четвертакова һүҙҙәренсә, хоккей менән, мәҫәлән, 65 бала шөғөлләнә, уҡыусылар төрлө ярыштарҙа даими ҡатнаша.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов ҡаланың 2-се урта мәктәбендә булды. Учреждение 1988 йылда төҙөлгән. Унда 530 бала уҡый, 46 уҡытыусы эшләй. Мәктәптә ике заманса компьютер класы бар, дәрестәрҙә интерактив таҡта ҡулланыла. Уҡытыусылар һүҙҙәренсә, интернет тиҙлеге менән бәйле ҡайһы быр ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Әммә Межгорье хакимиәте башлығы Виктор Панченко хәбәр итеүенсә, оҙаҡламай төбәктә «Сотел» компанияһы эшләй башлаясаҡ. Ул ваҡытта был мәсьәлә хәл ителәсәк, тип көтөлә.
Мәктәптә өс спорт залы бар. Уларҙың береһендә сәләмәтлеге насар булған балалар шөғөлләнә. Рөстәм Хәмитов физика, химия, информатика, тыуған яҡ тарихы бүлмәләрен ҡарап сыҡты. Дөйөм алғанда, бинаны ремонтлауға, мәктәп директоры Ольга Орлова һүҙҙәренсә, 800 меңгә яҡын аҡса кәрәк.
Башҡортостан Президенты мәктәп янында урынлашҡан стадионда ла булды. Асыҡланыуынса, был территорияға ла ремонт талап ителә. Атап әйткәндә, бында түшәмде һәм йүгереү юлдарын яңыртырға кәрәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика