Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
05:17 (UTC+5), 12 Августа 2013

Республика Президенты Әбйәлил районының Үтәгән һәм Рысҡужа ауылдарында булды

Ғәлиә Нәбиева
Шәмбе, 10 августа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әбйәлил районының ташҡын арҡаһында зыян күргән ауылдарын тикшерҙе. Республика етәксеһе Үтәгән ауылы халҡы менән осрашты. Ауылда йәмғеһе 540 кеше йәшәй. Ундағы барлыҡ 142 йорт ташҡын ҡуйынында ҡалған. Балалар һәм оло йәштәгеләр эвакуацияланған. Бөгөнгө көндә уларҙың барыһы ла үҙ йорттарына ҡайтҡан.
Зыян күреүселәр һөйләүенсә, ташҡын Ураҙа байрамын билдәләгән көндө башланған. Оло Ҡыҙыл йылғаһы ярҙарынан сығып, йорт-ҡураларҙы, мөгәрәптәрҙе баҫҡан, ауылға илткән юлды йыуған. Бынан тыш, бесәнлектәр ҙә ҙур зыян күргән.
Ауыл халҡы республика етәксеһенә күперҙе нығытыу һәм Оло Ҡыҙыл йылғаһында дамба төҙөү кәрәклеге хаҡында әйтте.
Башҡортостан Президенты был идеяны хупланы һәм, ауылға проектлаусылар йүнәлтеләсәк, тип билдәләне.
— Берәү ҙә ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, - тип халыҡты тынысландырҙы Рөстәм Хәмитов. – Зыян күреүселәр компенсация алһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Халыҡ һөйләүенсә, ауылға нигеҙ һалынғандан алып бындай бәләгә ул дүрт тапҡыр тарыған. Әммә әлеге ташҡын иң көслөһө булған. Ямғырҙар районда 25 июлдә үк башланған, ә һуңғы аҙнала яуым-төшөм тәүлек әйләнәһенә булған.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Әбйәлил районының Рысҡужа ауылында булды. Бында йәмғеһе 160 йорт бар, шуларҙың унауһын һыу баҫҡан.
Республика етәксеһе менән һөйләшеү барышында ауыл халҡы йылға аша күпер төҙөү кәрәклеген билдәләне.
Башҡортостан Президенты халыҡҡа ташҡындан зыян күргән мөлкәт исемлеген төҙөргә һәм уны ауылға киләсәк махсус комиссияға тапшырырға ҡушты. Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, тип халыҡты ышандырҙы республика башлығы.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика