05:57 (UTC+5), 06 Августа 2013

Башҡортостан Президенты Өфө районы буйлап эш сәфәре һуңында урындағы халыҡ менән осрашты

Эльвира Латипова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө районы буйлап эш сәфәре һуңында урындағы халыҡ менән аралашты. Осрашыу Алексеевка ауылының мәҙәниәт йортонда үтте.
Рөстәм Хәмитов торлаҡ төҙөлөшө, сәнәғәт, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә ҡағылышлы мәсьәләләргә туҡталып үтте. Президент Өфө районының, республиканың башҡа райондары менән сағыштырмаса, өҫтөнлөктәре булыуын билдәләне. Сөнки районда ҡеүәтле аграр һәм сәнәғәт производстволары өҫтөнлөк итә.
Төбәк етәксеһе ҡасандыр арзанға һатылған ерҙәрҙе кире муниципаль милеккә ҡайтарыу, социаль торлаҡ төҙөү, торлаҡты арзанайтыу мәсьәләләре, шулай уҡ сәнәғәт производствоһының үҫеше хаҡында һөйләне. Президент һүҙҙәренсә, төбәктә заманса сәнәғәт производстволарын төҙөү тотороҡло үҫеште тәьмин итәсәк.
— Илебеҙҙең иң алдынғы төбәктәрендә инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыла, - тине Рөстәм Хәмитов. – Әгәр беҙ бер ни ҙә төҙөмәһәк, үҫешмәһәк, өҫтәмә килем дә, һалымдар ҙа булмаясаҡ. Һыу үткәргестәр, юлдар төҙөү өсөн аҡса ла булмаясаҡ.
Аграр секторҙы үҫтереү буйынса Өфө районы республикала биш иң көслө төбәк иҫәбенә инә. Ямғырҙар ҡамасаулаһа ла, урындағы хужалыҡтар иген культураларының биштән бер өлөшөн йыйып өлгөргән дә инде. Президент билдәләүенсә, ауыл хужалығына ярҙам итеү буйынса программаларҙы финанслау артабан да дауам итәсәк.
Республика Президенты район өсөн өҫтәмә килем сығанағы булырҙай объекттар тураһында әйтеп үтте. Улар араһында -–119-сы йылҡысылыҡ заводы, «Йоматау» шифаханаһы һәм башҡалар.
Район халҡы менән осрашыу барышында республика етәксеһе шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тураһына һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, 2011-2012 йылдарҙа медицина өлкәһенә 16 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән – яңы медицина учреждениелары төҙөлгән, заманса аппаратура һатып алынған. Быға ҡарамаҫтан, күптәр әле медицина хеҙмәтләндереүе сифаты менән ҡәнәғәт түгел. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, яҡшы медицина объекттары төҙөүҙән тыш, табиптар менән эш алып барырға кәрәк. Иң мөһиме – уларҙың пациенттарға ҡарата йылы мөнәсәбәте.
Республиканы яңыртыу өсөн, яңы объекттар төҙөү һәм проекттарҙы торошҡа ашарыу менән бер рәттән, йәмғиәттең ыңғай ҡарашлы булыуы ла шарт, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. Әлегә иһә халыҡ ниндәйҙер кире ҡараштар солғанышында йәшәй. Президент иҫәпләүенсә, бындай ҡарашты үҙгәртергә кәрәк.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республика етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Нигеҙҙә, улар медицина, мәктәпкәсә белем биреү, ер мөнәсәбәттәре өлкәләренә ҡағылышлы булды.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика