Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
11:34 (UTC+5), 05 Августа 2013

Авдон ауылында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү системаһын булдырыу планлаштырыла

Эльвира Латипова,Розалия Вәлиева
Авдон ауылында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү системаһын булдырыу планлаштырыла. Эшкәртеү предприятиеһын төҙөү буйынса пландар менән республика Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында танышты.
Проектты «Рудерис» яуаплылығы сикләгән йәмғиәте әҙерләй. Предприятиела ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу, эшкәртеү һәм икенсел сеймалдан продукция етештереү планлаштырыла. Полигон төҙөү өсөн майҙан әҙер, ҡиммәтле техника ла һатып алынған.
Төҙөлөштөң беренсе сиратын 2014 йылдың майында файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Уның сиктәрендә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу, ҡаптарға төрөү планлаштырыла.
— Предприятиеның икенсе сираты икенсел сеймалдан әҙер продукция етештереүҙе күҙ уңында тота, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Рудерис» яуаплылығы сикләгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Андрей Ярмилко. – Полимерҙарҙан плита, черепица һәм башҡа тауарҙар етештереү планлаштырыла.
Предприятиеның проект ҡеүәте – йылына 100 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары. Проекттың дөйөм хаҡы – 150 миллион һум. Бында Өфө районы һәм ҡалаһы биләмәһенән йыйылған сүп-сарҙы эшкәртеү ҡарала.
Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә бәйле ҡыйынлыҡтарҙан тыш, Авдон ауылында шулай уҡ канализация мәсьәләһе лә киҫкен тора. Канализация системаһын 1978 йылда «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһы үҙе өсөн төҙөгән. Авдон ауылында көн һайын 1200 кубометр канализация ҡалдыҡтары барлыҡҡа килә, шуларҙың яҡынса 900 кубометры ауылдың канализация системаһы буйлап китә һәм «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһының таҙартыу ҡоролмаларына эләгә. Шәхси секторҙан килгән 300 кубометр ҡалдыҡтар асыҡ урындарға түгелә. 1988 йылда ҡошсолоҡ фабрикаһы иҫәбенә шәхси сектор өсөн канализация-насос станцияһы төҙөлә башлаған, әммә бер аҙҙан төҙөлөш эштәре туҡтатылған, ә проект документацияһы юғалған.
Бөгөнгө канализация системаһы ауылды тулыһынса хеҙмәтләндерә алмай. Таҙартыу ҡоролмаһын төҙөү өсөн 125 миллион һум аҡса талап ителә. «Альта групп Урал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте» шәхси фирмаһы 22 миллион һум суммаға блоклы-модулле таҙартыу ҡоролмаларын төҙөргә тәҡдим итә.
Рөстәм Хәмитов БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына проектты киң ҡулланылышҡа индереү йәһәтенән уны ентекле тикшерергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, технологияларҙы Павловка һыуһаҡлағысында ла ҡулланырға мөмкин.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика