Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
05:53 (UTC+5), 29 Июля 2013

Рөстәм Хәмитов М-7 «Волга» автомобиль юлын реконструкциялау барышы менән танышты

Розалия Вәлиева, Дмитрий Слезин
27 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙән алып Владимир, Түбәнге Новгород, Ҡазан ҡалалары аша Өфөгә тиклем һуҙылған М-7 «Волга» автомобиль юлының республика биләмәһе буйлап үткән участкаһын реконструкциялау барышы менән танышты.
Трассаны реконструкциялау барышында уникаль аркалы конструкциялар ҡулланыла. Бынан тыш, конструкциялар таҙартыу ҡулайламалары менән йыһазландырылған.
— Аркалы конструкциялар Башҡортостандағы объекттарҙа тәүгә ҡулланыла, - тип һөйләне Федераль юл агентлығының «Һамар-Өфө-Силәбе атомобиль магистрале идаралығы» етәксеһе Радмир Ваһапов. – Төҙөлөштә ҡулланылған барлыҡ материалдар Башҡортостанда етештерелә. Атап әйткәндә, аркаларҙы беҙ Баҡалыла һатып алабыҙ. Конструкцияның бейеклеге – 4,5 метр, бындай тоннель аша хатта комбайн да үтә аласаҡ. Аркалар 14 тонна ауырлыҡты күтәрә ала.
Рөстәм Хәмитов төҙөлөш сроктары һәм юл сифатына контроллек хаҡында ҡыҙыҡһынды. Радмир Ваһапов һүҙҙәренсә, тәүге комплекс сентябрҙең икенсе яртыһында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был участканың дөйөм оҙонлоғо 20 километр тәшкил итәсәк. Радмир Ваһапов билдәләүенсә, ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы, эштәрҙең барышына контроллек итеү генераль подрядсыға йөкмәтелгән. Бынан тыш, идаралыҡтың үҙенең юл лабораторияһы бар.
Юлдың реконструкцияланған өлөшөндә автомобилдәр сәғәтенә 120 километр тиҙлек менән йөрөй аласаҡ. Юл хәрәкәте ике һыҙатлы буласаҡ, биш юл үткәргес ҡаралған.
Тәүге комплекс 2010 йылда төҙөлә башлағайны. Проекттың хаҡы – 2,6 миллиард һум. Юлдың оҙонлоғо – 11 километр. Икенсе комплексты 2013 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Уның хаҡы – 1,7 миллиард һум, юлдың оҙонлоғо – 9,7 километр. Трассаны тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу 2014 йылға планлаштырылған.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика