Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
07:19 (UTC+5), 29 Апреля 2013

Рөстәм Хәмитов: «Һайлауҙар конкуренция шарттарында үтергә тейеш»

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яңы партиялар барлыҡҡа килеүен һәм БР Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлау алдынан сәйәси конкуренцияның көсәйеүен ыңғай баһаланы. Республика башлығы һүҙҙәренсә, конкуренция шарттарында хәҡиҡәт асыҡлана, шуға күрә амбициялы һәм маҡсатҡа ынтылышлы кешеләр булырға тейеш.
– Әммә саманан ашып, барыһын да негативҡа әүерелдерергә ярамай, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент, Баҡалы, Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондары активы алдында сығыш яһап. – Был партияларҙың да республиканың власть органдарында урын биләү хоҡуғы бар. Йәш партиялар составында аҡыллы, булдыҡлы кешеләр күп.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ һайлауҙарҙың ауыр процесс булыуын билдәләне. Был хаҡта ул ишетеп кенә белмәй, сөнки ҡасандыр үҙе лә һайлауҙарҙа ҡатнашҡан. Буласаҡ депутатлыҡҡа кандидаттарға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Президенты алда торған бурыстарҙы бергәләп хәл итеү кәрәклеге хаҡында әйтте. Тик шул осраҡта ғына, Президент һүҙҙәренсә, байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеп, республика үҫешенә йоғонто яһап буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика