Программа студияһына саҡырылған ҡунаҡтарҙан тыш, илдең барлыҡ граждандары Рәсәй Президентына һорауҙар бирә ала. Бының өсөн берҙәм мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә 8-800-200-40-40 телефоны буйынса шылтыратып йәки 0-40-40 номерына SМS-хәбәр ебәреп, Президент менән тура бәйләнешкә сығырға кәрәк. Ҡала һәм кеҫә телефондарынан шылтыратыу, Рәсәй буйынса SМS-хәбәр ебәреү – бушлай. Шулай уҡ һорауҙар программаның махсус сайтында (
www.moskva-putinu.ru йәки москва-путину.рф) ҡабул ителә.