Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
10:39 (UTC+5), 21 Март 2013

Рөстәм Хәмитов Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының һайлап ҡуйылыуы яҡлы

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Алексей Кудриндың РФ субъекттарында власть системаһын реформалаштырыу буйынса инициативаһына комментарий бирҙе.
— Минеңсә, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында властың парламент тарафынан һайланыуы федераль кимәлдәге ҡануниәткә ҡаршы килә, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Төбәк башлығын һайлап ҡуйырға кәрәк, бының өсөн тейешле ҡануниәт булдырылған.
Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, республикала үткәрелгән социологик һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың 65-67 проценты бындай һайлау яҡлы.
— Тәжрибә шуны күрһәтә: Рәсәй Федерацияһы субъекттарында халыҡ менән һайланған, ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тейешле вәкәләттәргә эйә булған етәксе булырға тейеш, - тине Рөстәм Хәмитов.
Бөгөн ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙең элекке финанстар министры Алексей Кудрин РФ субъекттарында власть системаһын реформалаштырыу инициативаһы менән сығыш яһаған. Рәсәй төбәктәренә үҙҙәре өсөн властың парламент тарафынан һайланыу формаһын һайлау хоҡуғын бирергә тәҡдим ителә.
Тәҡдим ителгән планға ярашлы, Рәсәй төбәктәре хөкүмәттәре закондар сығарыу органына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре буйынса формалашасаҡ.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика