Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
10:19 (UTC+5), 28 Февраль 2013

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы башлығы Гарри Оттен менән осрашты

Дмитрий Слезин
Кесе йома, 28 февралдә, Башҡортостан Президены Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Гарри Оттен менән осрашты.
2012 йылдың декабрендә Пекинда үткән Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында (Интеллиадала), БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиевтың Халыҡ-ара интеллектуаль спорт ассоциацияһы етәкселеге менән осрашыуы ойошторолдо. Унда Интеллиаданы 2014 йылда Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
— 2014 йылдың июнендә Өфөлә дүрт спорт төрө – шашка, шахмат, бридж һәм го буйынса Бөтә донъя интеллектуаль уйындары үткәреләсәге хаҡында әле ышаныслы әйтә алабыҙ, - тип һөйләне журналистарға Оттен әфәнде. – Ағымдағы йылдың июнендә бында ойоштороласаҡ шашка буйынса донъя чемпионаты сиктәрендә тейшле килешеүгә ҡул ҡуйылыр, тип ышанабыҙ. Өфөлә интеллектуаль спорт төрҙәренә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан баш ҡалаһы - шашка буйынса бер нисә донъя чемпионын тәрбиәләгән ер. Һеҙҙең ҡаланың интеллектуаль сараларға ҡарашы, ойоштороу мөмкинлектәре бындай ҡарар ҡабул итеүгә сәбәп булды ла инде.
Гарри Оттен хәбәр итеүенсә, 2014 йылда Өфөлә үткәреләсәк Интеллиадала бер нисә тиҫтә илдән 300-гә яҡын шашкасы ҡатнашасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика