— Был теманың бик сетерекле булыуын, айырыуса иғтибар талап итеүен аңлайбыҙ, - тине бала йорттары етәкселәре менән кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Ярҙам итергә тырышабыҙ. Бер юлы барыһы ла килеп сыҡмауын аңлайбыҙ, әммә алға китеш тә күҙәтелә.
Бөгөнгө көндә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 18500 баланың меңгә яҡыны ғына бала йорттарында йәшәй, ҡалғандары ғаиләләрҙә тәрбиәләнә.
— Баланы уллыҡҡа алған граждандарға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие түләү өсөн бюджеттан ярайһы уҡ ҙур ресурстар бүлеүгә өлгәштек. Был да үҙ ролен уйнаны, әммә һуңғы йылдарҙа был тенденцияның туҡтап ҡалыуы күҙәтелә. Уллыҡҡа алынған балалар һаны артһын өсөн, барыһын да эшләргә тырышабыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Һуңғы алты йылда республиканың бала йорттарында тәрбиәләнгән балалар һаны өстән бер өлөшкә кәмегән. Дүрт бала йорто ябылған, алдағы ваҡытты йәнә ике бындай учреждениены ябыу планлаштырыла.