Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
07:35 (UTC+5), 13 Февраля 2013

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә Төбәк йәмәғәт контроле үҙәге булдырылды

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге булдырылды. Был РФ Президентының 2012 йылдың 7 майындағы Указына ярашлы булдырылған «ЖКХ контроль» торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә милли йәмәғәт контроле үҙәге»нең төбәк бүлексәһе булып тора. Рәсәй үҙәген РФ Йәмәғәт палатаһының Урындағы үҙидара һәм торлаҡ-коммуналь сәйәсәт буйынса комиссияһы рәйесе Светлана Разворотнева етәкләне. Башҡортостан төбәк үҙәге етәксеһе һәм РФ Йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы йәмәғәт контроле буйынса эш төркөмө ағзаһы итеп «БР Йорт комитеттары союзы» йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Арсен Нурйәнов һайланды.
— Ил башлығының был инициативаһы арҡаһында йәмәғәт ойошмалары хәҙер идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлегенә, шулай уҡ үҙҙәренең төбәктәрендә тарифтар сәйәсәтенә контроллек итә ала, - тине Арсен Нурйәнов. – Владимир Путин граждандарға торлаҡ хужалары менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге ойошмалар араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләү хоҡуғын бирҙе, тиһәк тә була.
Төбәк үҙәктәре торлаҡ хужаларының хоҡуҡтарын яҡларға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемаларҙы асыҡларға һәм уларҙы хәл итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә бурыслы. Һәр төбәк үҙәгенең үҙенең интернет-ҡабул итеү бүлмәһе буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика