08:44 (UTC+5), 01 Февраля 2013

Республиканың Йәштәр палатаһы Татарстандан хеҙмәттәштәре менән килешеү төҙөнө

Людмила Терновая
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы Татарстандың йәш парламентарийҙары менән килешеү төҙөнө. 2 февралгә тиклем дауам итәсәк Ҡазанға визит сиктәрендә республиканың йәш парламентарийҙары «Татарстан Республикаһында һәм Башҡортостан Республикаһында йәштәр парламентаризмы нигеҙендә йәштәр инициативаларын үҫтереү» тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Татарстандың йәштәр ойошмалары лидерҙары менән осрашыуҙар планлаштырылған.
— Йәй көнө «Мин - граждан» төбәк-ара форумын үтәрҙек, унда Ҡазандан да делегация ҡатнашты, - тип һөйләне БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы рәйесе Николай Самойленко. – Татарстандың йәш парламентарийҙары тығыҙыраҡ бәйләнештәр булдырыу маҡсатында беҙҙе яуап визиты менән саҡырҙы. Йәштәр ойошмалары үҙәген, спорт һәм ҡунаҡсыллыҡ инфраструктураһы объекттарын ҡарарға планлаштырабыҙ. Иң мөһиме, ике республиканың йәштәр ойошмалары араһында артабан бергәләп эш итеү йүнәлештәрен билдәләү зарур.
Николай Самойленко һүҙҙәренсә, Башҡортостандың Йәштәр йәмәғәт палатаһы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшләгән йәш парламентарийҙар менән бәйләнештәр булдырыу практикаһын артабан да ҡулланасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика