Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
07:35 (UTC+5), 29 Января 2013

«Яҡташтар» проекты һәр йортҡа киләсәк

Людмила Терновая
Башҡортостанда «Яҡташтар» проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Әлеге ваҡытта уны ғәмәлләштергән йәмәғәт эшмәкәрҙәре яңы кимәлгә күсте – был эшкә киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү маҡсатында активистар проектта ҡатнашыусыларҙың анкеталарын һәр йортҡа еткерә башланы, тип һөйләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов.
— Проектҡа күберәк кешеләрҙе йәлеп итергә теләйбеҙ, - тип хәбәр итте партия лидеры. – Шуға күрә проектта ҡатнашыусыларҙың анкеталарын һәр йортҡа еткереп, уларҙы тултырылған килеш кире алырға ҡарар иттек. Был эште башҡарыу өсөн беҙҙә ярҙамсылар төркөмө булдырылды. Анкета бик ябай, ике өлөштән тора: «Тарихи шәхестәр» һәм «Замандаштар». Һәр категорияла өсөшәр исем атарға була.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе хәбәр итеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлек республикала әүҙем алып барыла.
— Барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып, халыҡҡа проект, уның маҡсаттары тураһында һөйләнек, - тип билдәләне Альберт Мифтахов. - «Яҡташтар» тип аталған гәзиттең махсус сығарылышында анкета бланкын баҫтырҙыҡ. Уны ҡырҡып алып, үҙ аллы тултырып, махсус йәшниккә төшөрөргә була ине. Бындай йәшниктәрҙе һәр районда урынлаштырҙыҡ. Бынан тыш, айырым сайт булдырылды. Унда электрон төрҙә анкета тултырырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика