Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
11:32 (UTC+5), 26 Декабря 2012

Рөстәм Хәмитов Илдар Абдразаҡовты Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелеүе менән ҡотланы

Ольга Мортазина
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Республика йортонда үткән осрашыу барышында опера йырсыһы Илдар Абдразаҡовты Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исеме бирелеүе менән ҡотлап, уға тейешле документ тапшырҙы. Артист тыуған яғына «Мәрхәмәт» фонды менән ойошторолған хәйриә концертын үткәреү өсөн ҡайтҡан. Йыйылған средстволар балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк.
— Һеҙ изге маҡсат менән килгәнһегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте Президент опера йырсыһына. – Бындай кимәлдәге артистар ҡатнашлығында хәйриә концерттары беҙҙә һирәк үткәрелә. Средстволар сирле балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк. Икенсенән, бындай данлыҡлы кешенең Өфөлә тыуып үҫеүенә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр Миландың «La Scala» театрында үткән һеҙҙең концерҡа элгә алманым. Әммә билдәле театр стенаһында һеҙҙең афишаны күреп, ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Абдразаҡовтар ғаиләһенән күп һәләтле кешеләр сыҡҡан.
Артист билдәләүенсә, ул АҠШ, Италия, Мексика илдәрендә сығыш яһап, ҙур хәйриә проекттарында ҡатнашҡан, әммә Рәсәйгә бындай маҡсат менән тәүгә килә. Хәйриә концерттарын ойоштороу йолаһы дауам ителгән хәлдә Илдар Абразаҡов был эшкә хеҙмәттәштәрен дә йәлеп итергә әҙер булыуы хаҡында әйтте.
—«Йондоҙҙарҙы» ҡабул итеү өсөн тейешле кимәлдәге залдар кәрәк, - тигән фекерен белдерҙе Президент һәм киләһе йылда «Нефтсе» мәҙәниәт һарайын реконструкциялау һәм опера театрына ремонт үткәреү, шулай уҡ М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы өсөн биш ҡатлы бина төҙөү планлаштырылыуы хаҡында әйтте.
Рөстәм Хәмитов йырсының карьераһы һәм киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды. Илдар Абдразаҡов һөйләүенсә, ул «Метрополитен-опера» менән хеҙмәттәшлек итеүгә өҫтөнлөк бирә, сөнки был театр репертуарын биш йылға алдан планлаштыра һәм башҡарыусылар менән оҙайлы сроклы контракттар төҙөй. Артистың графигы 2017 йылға тиклем планлаштырылған. Әлеге ваҡытта ул Моцарттың «Дон Жуан» һәм «Свадьба Фигаро», Бородиндың «Князь Игорь», Гуноның «Фауст», Россининың «Семирамида» операларын ҡуйыу өҫтөндә эшләй.
Концерт Башҡорт опера һәм балет театрында 27 декабрҙә үтә. Билеттар тулыһынса һатылып бөткән.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика