10:24 (UTC+5), 11 Декабря 2012

Рөстәм Хәмитов ведомстволарға үтә рәсмилектән баш тартырға тәҡдим итте

Эльвира Латипова
Шишәмбе, 11 декабрҙә, республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ведомстволарға үтә рәсмилектән, ҡоро формаллектән баш тартырға тәҡдим итте. Һүҙ төбәктә административ реформа үткәреү тураһында барҙы.
Граждандар менән эшләүҙә үтә рәсмилек, ҡоро формаллек дәүләт власы органдарының халыҡ менән эшләүҙә юғары һөҙөмтәләргә ирешә алмауын күрһәтә, тип иҫәпләй Президент.
— Башҡарма власть органдары структураһын реформалаштырыу федераль кимәлдә ун йыл элек башланғайны, - тип иҫкә төшөрҙө Президент. – Был ваҡыт эсендә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү системаһы ярайһы уҡ үҙгәрҙе. Дәүләт идараһы системаһында был етешһеҙ яҡтарҙың береһе булып торҙо. Беҙҙең республика шулай уҡ әлеге эшмәкәрлеккә ҡушылды. Бөтә кимәлдәге власть органдары мәғлүмәти йәһәттән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе ойошторҙо. Министрлыҡ һәм ведомстволарҙың административ регламенттары ҡабул ителде. Хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр асыла башланы.
Шулай ҙа проблемалар бар һәм уларҙы хәл итергә кәрәк. Атап әйткәндә, чиновниктарға белем биреү зарур.
— Белем биреүҙе тиҙләтергә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. – Ведомстволарҙа эште әүҙемләштереү талап ителә. Беҙҙә алты-ете министрлыҡ бар, уларға барлыҡ хеҙмәттәр күләменең 80 проценты тура килә. Шуларҙан башларға кәрәк тә инде.
Бындай эшмәкәрлектең дөйөм йүнәлештәре РФ Президентының 2012 йылдың 7 майындағы «Дәүләт идараһы системаһын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре траһында»ғы Указы менән билдәләнә. Уға ярашлы, 2018 йылға халыҡтың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү сифатынан ҡәнәғәт булыуы 90 процент тәшкил итергә тейеш. «Берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса хеҙмәттәрҙән файҙалана алған граждандар өлөшө иһә 2015 йылға 90 процентҡа етергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика