05:35 (UTC+5), 29 Ноября 2012

Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе: «Башҡортостан йәштәре гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай»

Ғәлиә Нәбиева
— Республика йәштәре социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә, гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙә лә мөһим роль уйнай, - тине Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин Башҡортостан муниципалитеттары ҡарамағындағы Йәштәр советтары етәкселәренең семинар-кәңәшмәһендә.
Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе билдәләүенсә, йәш парламентарийҙар закондар сығарыу процесы һәм парламент хаҡында ишетеп кенә белмәй.
— Беҙ һеҙҙең менән уртаҡ телдә һөйләшәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Нарышкин.
Рәсәй парламентының түбәнге палатаһы спикеры һүҙҙәренсә, йәштәр парламентаризмы темаһы Рәсәй Дәүләт Думаһында йыш яңғырай.
— Йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән даими рәүештә осрашыуҙар үткәрәм, байтаҡ ҡыҙыҡлы, ә иң мөһиме, перспективалы проекттар менән танышам. Дәүләт Думаһы рәйесе булараҡ, файҙалы башланғыстарға булышлыҡ итергә әҙермен, - тине Сергей Нарышкин. – Республика етәкселеге лә Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегендә ҙур ярҙам күрһәтә.
Сергей Нарышкин билдәләүенсә, әлеге ваҡытта закондар сығарыу башланғыстары өҫтөндә эшләү йәһәтенән мөмкинлектәр күп, артабан улар тағы ла киңәйәсәк. Киләсәктә интернетта иң күп ҡултамға йыйған граджандар башланғыстарының айырым статус алыуы ла бар.
Шулай уҡ бөтә ил өсөн мөһим булған закон проекттарының киң йәмәғәтселек тарафынан тикшерелеү практикаһы яҡшы башланғыс булып тора.
— Шул рәүешле «Полиция тураһында»ғы закон, «Мәғариф тураһында»ғы закон проекты тикшерелде. Һуңғыһы икенсе уҡыуҙа ҡараласаҡ әле. Уға бихисап төҙәтмәләр тәҡдим ителде. Шул иҫәптән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан улар күп булды.
Сергей Нарышкин төбәк парламенттары менән килешеп эш итеү процесы тураһында һөйләне.
— Һеҙҙең менән тәҡдим ителгән закондар сығарыу башланғыстарын Башҡортостан парламенты депутаттары аша Закон сығарыусылар советына йүнәлтергә мөмкин.
Шулай уҡ Сергей Нарышкин Евразия интеграцияһы темаһына ла туҡталды. Был мәсьәлә ултырыштарҙың береһендә айырым тикшереләсәк.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика