Шаран районы хакимиәте башлығы итеп Илгиз Сәмиғуллин тәғәйенләнде
Көн элгәре Шаран районы муниципаль район Советы ултырышында район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса район Советы депутаттары ҡарары менән Шаран районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Илгиз Сәмиғуллин тәғәйенләнде.