Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
07:11 (UTC+5), 09 Ноября 2012

Башҡортостан Президенты «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Яҡташтар» проектына юғары баһа бирҙе

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Яҡташтар» проекты киң танылыу яуланы. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов 8 ноябрҙә Республика йортонда үткән агросәнәғәт комплексының алдынғы вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһында, проект менән таныштырып, уға юғары баһа бирҙе.
— «Берҙәм Рәсәй» партияһы яңы проектты ғәмәлгә индереү тураһында хәбәр итте. Исеме лә күркәм – «Яҡташтар», - тине Президент. - Беҙҙең арала йәшәгән кешеләр араһынан заман геройҙарын һайлап алыу, район, республика, тотош ил тормошона ҙур өлөш индергән кешеләрҙе билдәләү – ул бик яҡшы идея. Ысын геройҙарҙың исемдәре барыһына ла билдәле булырға тейеш. Республикалағы һәр райондың, һәр ҡаланың тарихын шәхестәр йөҙөндә булдырырға бурыслыбыҙ, сөнки тарихты айырым кешеләр, беҙҙең яҡташтар, ысын патриоттар булдыра. Патриотизмдың бәләкәй Ватанға ҡарата һөйөүҙән башланыуына ышанам. Проект кешеләр хәтерендә ҡәҙерләп һаҡланған, ғорурлығыбыҙҙы тәшкил иткән шәхестәрҙе асыҡлауға булышлыҡ итәсәк. Ошо рәүешле быуындар бәйләнеше һәм күсәгилешлелеге нығыясаҡ, ә был – бик мөһим бурыс. Әле өҫтөнлөктәрҙе билдәләгәндә иң элек һәр эштең иҡтисади яғына әһәмиәт бирелә. Шул уҡ ваҡытта һәр дәүерҙә кешене ниндәй ҙә булһа батырлығы өсөн ихтирам иткәндәр, өлгө итеп ҡуйғандар. Был ихтирам – әхлаҡи баһа, бүләк. Уны аҡсаға һатып алып булмай. Минеңсә, йәмәғәтселектә танылыу яулау матди байлыҡҡа ҡарағанда мөһимерәк.
Рөстәм Хәмитов «Яҡташтар» проектын «ваҡытында ҡабул ителгән мөһим проект» тип атаны һәм уны ихлас хуплауы тураһында белдерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект менән 6 ноябрҙә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов таныштырғайны.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика