Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
05:57 (UTC+5), 31 Октября 2012

Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашты

Людмила Терновая
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре халыҡ-ара саммиттарына әҙерләнеү һәм үткәреү, шул иҫәптән инфраструктура объекттарын, биналарҙы, транспортты әҙерләүҙе ваҡытында финанслау мәсьәләләрен контролдә тота.
Салауат Сәғитовҡа етди бурыстар йөкмәтелгән, тип һәйләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Комсомольская правда» редакцияһында үткән республика киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа. Саммиттар айҡанлы бер нисә объект төҙөүҙән тыш, республикаға файҙа килтерә алырлыҡ бәйләнештәр булдырыу ҙа зарур.
— Беҙҙең өсөн иң мөһиме – сараларҙың эстәлеге, - тине Рөстәм Хәмитов. – Объекттарҙы нисек тә булһа төҙөйәсәкбеҙ – был саммиттарҙың тышҡы яғы. Уларҙың эске яғы ла бар. Беҙҙең ил БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек иткән ваҡытта150-гә яҡын сара үткәреләсәк. Уларҙың барыһы ла, әлбиттә, Өфөлә ойошторолмай, әммә 10-15 сараны үҙебеҙҙә үткәрәсәкбеҙ. Улар иҫәбендә – эшлекле советтар, министрҙарҙың, матбуғат вәкилдәренең осрашыуҙары, фестивалдәр.
Республика Президенты һүҙҙәренсә, бының өҫтөндә бөгөндән үк эшләй башларға кәрәк.
— Сарала ҡатнашасаҡ илдәрҙе урап сығып, улар менән фәнни, мәҙәни, эшлекле бәйләнештәр булдырыу зарур, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. –Салауат Сәғитов тап ошоноң менән шөғөлләнәсәк тә инде. Саммиттар айҡанлы объекттар төҙөү графигына контроллек итеүҙән тыш, уға сараларҙы эске яҡтан тулыландырыу бурысы ла йөкмәтелгән. Бындай ҙур сараларҙы үткәреү беҙҙең өсөн иҡтисади йәһәттән йәки башҡа яҡтан файҙалы булырға тейеш. Был бик мөһим, шуға күрә көн һайын был мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәк бындай вице-премьер кәрәк булды ла инде.
Президент хәбәр итеүенсә, Өфөлә саммиттар үткәреүгә бәйле ойоштороу мәсьәләләрен контролдә тотасаҡ офис төҙөү күҙаллана.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика