Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
10:31 (UTC+5), 17 Сентября 2012

Төбәк башлығы: «Үҙ фекереңде мәҙәни кимәлдә һәм закон сиктәрендә яҡлау зарур»

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Вести Башкортостан. События недели» тапшырыуының махсус сығарылышында Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында үткән «Миллиондар маршы» протест акцияһына комментарий бирҙе. Өфөлә лә шулай уҡ оппозиционерҙар урамға сыҡты.
– Минеңсә, хәҙер бындай саралар үкәреүҙең кәрәге юҡ. Сөнки дөйөм алғанда илебеҙ әүҙем үҫешә. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр был процестың шәберәк барыуын теләйҙер, әммә барыһы ла эҙмә-эҙлекле эшләнә. Әлеге ваҡытта илдәге аҡсалар социаль объекттар төҙөүгә йүнәлтелә, был айырыуса беҙҙең републикаға хас. Халыҡтың тормошон яҡшыртыу властың берҙән-бер маҡсаты булып тора. Ә мөмкин булмағанды, нисек кенә һорамаһындар, бары бер башҡара алмаясаҡбыҙ. Унан да бигерәк, бындай протестарҙың ил үҫешен тотҡарлауы ихтимал. 90-сы йылдарҙа лозунгыларҙың сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһауын яҡшы хәтерләйбеҙ. Бындай хәлдең ҡабатланыуы беребеҙгә лә кәрәкмәй. Халыҡты урамға сығарып, конфликттарға әйҙәгән кешеләр бындай ҡылыҡтары өсөн яуаплы булырға тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Шул уҡ ваҡытта республика Президенты, мин бер фекерле булырға саҡырмайым, киреһенсә, кешеләр үҙ фекерен яҡларға хоҡуҡлы, әммә быны мәҙәни кимәлдә һәм закон сиктәрендә эшләү зарур, тип билдәләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика