05:13 (UTC+5), 31 Август 2012

Башҡортостанда йәштәр парламентаризмын үҫтереү концепцияһы әҙерләнде

Ғәлиә Нәбиева
«Мин - граждан» төбәк-ара форумында муниципалитет Советтары ҡарамағындағы Йәштәр советтары ағзалары БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай янындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән берлектә 2020 йылға тиклем республикала йәштәр парламентаризмын үҫтереү стратегияһын әҙерләне.
— Әлегә документ рәсмиләштереү стадияһында, ул Йәштәр йәмәғәт палатаһының киләһе ултырышында ҡараласаҡ, - тип хәбәр итте Йәштәр палатаһының киң мәғлүмәт саралары менән эшләү буйынса комиссияһы рәйесе Елена Арямнова. – Унда Йәштәр советтарының власть органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү механизмдары билдәләнгән.
Документты әҙерләүҙә республиканың төрлө райондарынан 50-гә яҡын йәш парламентарий ҡатнашты. «Йәштәр парламентаризмы» майҙансығы эшен БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко етәкләне.
Форум сиктәрендә шулай уҡ 2012 йыл аҙағында үтәсәк республиканың йәш парламентарийҙары семинарына әҙерлек саралары үтте. Унда тикшереләсәк темалар һәм мәсьәләләр билдәләнде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика