Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+14 °С
10:05 (UTC+5), 29 Август 2012

Баш ҡалала Рәсәй ислам университетын тамамлаусыларҙың беренсе бөтә Рәсәй съезы эшләй башланы

Ғәлиә Нәбиева
Өфөлә Рәсәй ислам университетын тамамлаусыларҙың беренсе бөтә Рәсәй съезы эшләй башланы. Унда 700-ҙән ашыу делегат – университетты тамамлаусылар, төбәк ойошмалары етәкселәре, Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле, Сыуашстан, Чечня, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Ульяновск өлкәләре, шулай уҡ БДБ илдәренән дин вәкилдәре ҡатнаша. Форумда ҡатнашыусыларҙы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин сәләмләне.
Рәсәй ислам университеты тарихы Өфөлә 1989 йылда мәҙрәсә асыу менән башлана. Аҙаҡ ул Ризаитдин Фәхретдин исемендәге ислам институтына үҙгәртелә. 2003 йылда был уҡыу йорто Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты статусын ала.
— Уҡыу йорто барлыҡҡа килгәндән алып бер ҙә осрашҡаныбыҙ булманы, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына университет ректоры, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Ринат хәҙрәт Раев. – Форумды үткәреү тәҡдиме менән университетты тамамлаусылар һәм студенттар сығыш яһаны. Уларҙың был тәҡдиме Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында хуплау тапты.
Юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килгәндән алып унда меңдән ашыу кеше уҡыған. Уларҙың барыһы ла имам, ахун, имам-мөхтәсиб, шулай уҡ мөфтөй булып эшләй.
— Имамдарҙың белем кимәлен яңы мәғариф стандарттарына һәм талаптарына ярашлы күтәрергә тырышабыҙ, - тип аңлатты ректор. – Быйыл университет үҙенең магистратураһын асты, ә 2013 йылда белгестәрҙең беренсе сығарылышы була.
Әлегә магистрҙар килешеү буйынса Төркиә Республикаһында әҙерләнә. Башҡортостандан алты студент быйыл тейешле диплом ала.
Рәсәй ислам университеты халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерә, ул Халыҡ-ара ислам университеттары федерацияһына инде.
Бөгөнгө форумда дин хеҙмәткәрҙәре кадрҙар әҙерләү, йәштәр менән эшләү, шулай уҡ экстремистик ағымдарҙың һәм ойошмаларҙың килеп инеүен иҫкәртеү буйынса дөйөм принциптар әҙерләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика