Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
10:58 (UTC+5), 28 Августа 2012

Халыҡ штабы ағзаларына Владимир Путиндың Рәхмәт хаттары тапшырылды

Марина Шумилова
Башҡортостан Президенты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов көн элгәре Владимир Путиндың Халыҡ штабы ағзаларына Рәсәй Президентын һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашҡан өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы, тип хәбәр итә ER.RU.
Рәхмәт хаттары Владимир Путиндың Башҡортостандағы Халыҡ штабы етәксеһе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты башлығы Альберт Мифтаховҡа, партия рәйесенең Башҡортостан төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллинға, шулай уҡ Рәсәй Президентына кандидаттың төбәктәге ышаныслы кешеләре Надежда Крылова һәм Рәшиҙә Солтановаға тапшырылды.
— Минеңсә, Рәсәй Президенты һайлауҙары Башҡортостанда бик яҡшы кимәлдә үтте: Владимир Путин кандидатураһы өсөн республика һайлаусыларының 75,3 проценты тауыш бирҙе, - тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты башлығы Альберт Мифтахов. – Һайлау штабы бик яҡшы эшләне. Уның ағзалары шулай уҡ Станислав Говорухиндың Рәхмәт хаттары менән наградланасаҡ. Уларҙы отчет-һайлау конференцияларында тапшырырбыҙ, тип уйлайым. Беҙҙең турала онотмағандары өсөн шатбыҙ, әлбиттә. Әммә беҙ Рәхмәт хаттары алыу өсөн генә түгел, ә тәү сиратта халыҡҡа файҙа килтереү өсөн эшләнек.
— Владимир Путиндың шәхсән үҙенән Рәхмәт хаты алып ҡыуандым, - тип билдәләне Раил Әсәҙуллин. – Бөгөн Башҡортостандың, шулай уҡ Рәсәйҙең ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларынан ситтә торорға ярамай, тип иҫәпләйем. Һәр кешенең гражданлыҡ позицияһы асыҡ сағылыш табырға тейеш. Мин уны «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Башҡортостан төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе вазифаһында күрһәттем. Һайлау тейешле кимәлдә, ғәҙел һәм асыҡ үтһен өсөн, минән торғандың барыһын да эшләнем. «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе артабан да граждандарға ярҙам итеп, үҙ эшен дауам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика