Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
10:22 (UTC+5), 20 Июля 2012

Республикала ветерандарға Рәсәй Президентынан ҡотлау телеграммалары тапшырыла

Людмила Терновая
Рәсәй Президентының 90 йәшкә еткән һәм унан да олораҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә ҡотлау хаттарын тапшырыу тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда ветерандарға ҡотлау телеграммалары тапшырылды.
Шулай итеп, Владимир Путиндың ҡотлау телеграммаһын үҙенең 100 йәшлек юбилейына Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылында йәшәүсе Ҡәтифә Ниғмәтулла ҡыҙы Мәхмүтова алды. Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Ямалетдинов, Арыҫлан ауыл советы башлығы Светлана Хажиева Ҡәтифә Мәхмүтованы ысын күңелдән тәбрикләп, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Дыуан районы хакимиәте башлығы Владимир Солин һәм хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вера Глушкова ҡотлау телеграммаһын Михайловка ауылында йәшәүсе үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән педагогик хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны Мария Васильевна Малафееваға тапшырҙы. Мәсәғүт ауылында йәшәүсе Олга Васильевна Дакалова ла Рәсәй Президентынан ҡотлау телеграммаһын һәм ҡиммәтле бүләк алды.
«Һеҙҙең быуын – Бөйөк Ватан һуғышының ауыр һынауҙарын намыҫ менән еңеп сыҡҡан геройҙар һәм еңеүселәр быуыны менән ғорурланабыҙ, - тиелә ҡотлау телеграммаһында. – Һәм һәр кем Еңеүгә үҙенең баһалап бөткөһөҙ өлөшөн индергән. Был тиңе булмаған ҡаһарманлыҡ быуаттарҙа һаҡланып ҡаласаҡ, ватансылыҡ, әхлаҡлылыҡ, бурысҡа тоғролоҡтоң юғары миҫалы булып торасаҡ».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика