10:05 (UTC+5), 19 Июль 2012

Башҡортостанда «Аль-РТВ» мосолман телеканалы эшләй башлаясаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
Мәскәүҙә «Аль-РТВ» мосолмандар тураһында һәм улар өсөн дөйөм Рәсәй телеканалы ҡарамағындағы Йәмәғәт советының беренсе ултырышы үтте. Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса советы рәйесе советнигы Илүс Әхәтов булды.
«Аль-РТВ» телеканалы федераль власть органдары ярҙамында ҙур мосолман ойошмалары етәкселәре башланғысы менән булдырылды. Ул Ураҙа байрамы көнө - 2012 йылдың 19 авгусында эшләй башлаясаҡ. Телеканал Рәсәйҙең һигеҙ төбәгендә (Башҡортостан, Татарстан һәм Кавказдың алты республикаһында) тәүлегенә 24 сәғәт эшләйәсәк. Тапшырыуҙарҙы «Триколор ТВ» юлдаш телевидениеһы булған республика халҡы ҡарай аласаҡ.
Телеканал эшмәкәрлеге йәмәғәт телевидениеһы принциптарына ҡороласаҡ, телекомпания эшмәкәрлегенә бәйле барлыҡ ҡарарҙар Йәмәғәт советында ҡабул ителәсәк. Башҡортостан исеменән был Йәмәғәт советына БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса советы рәйесе Вячеслав Пятков инде.
«Башинформ» агентлығына Илүс Әхәтов һөйләүенсә, киң йәмәғәтселеккә ислам дине нигеҙҙәрен күрһәтеү, диндең татыулыҡ, үҙ-ара ихтирам һәм аңлашыу принциптарына ҡоролған булыуына барыһын да ышандырыу телеканалдың төп маҡсаты булып тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика