Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
12:03 (UTC+5), 29 Июня 2012

Пензала Волга буйы федераль округы Советының ултырышы үтә

"Башинформ"
Бөгөн, 29 июндә, Пензала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә округ Советы ултырышы үтә. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнаша.
Губернаторҙар, Дәүләт Думаһы депутаттары Волга буйы төбәктәрендә дәүләт идараһының һөҙөмтәлелеген һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сифатын күтәреүҙе тикшерә. Федераль ҡануниәткә ярашлы, 2012 йылдың 1 июленән влать органдарына граждандарҙан башҡа ведомство базаларында һаҡланған мәғлүмәттәрҙе һорау тыйыла. Халыҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алғанда чиновниктарға белешмәләр юллап барыуҙан ҡотоласаҡ.
Был тема буйынса төп доклад менән Пенза өлкәһе губернаторы Василий Бочкарев сығыш яһай. Ул төбәктәрҙә хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә биреүгә күсеү буйынса эштәрҙе ойоштороу һәм ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек системаһын булдырыу тураһында һөйләйәсәк.
Совет ултырышында ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округы төбәктәрендә сәйәси системаны яңыртыуға бәйле закон положениеларының нисек тормошҡа ашырылыуын да тикшерәсәк. Губернаторҙарҙы туранан-тура һайлау тураһындағы бөтөн төбәк закондары ла 2012 йылдың 1 июленә тиклем федераль ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерелергә тейеш.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика