05:01 (UTC+5), 07 Июня 2012

Өфө ҡала Советы өфөлөләрҙең Ҡала көнөнә ҡарата фекерҙәрен асыҡлай

Марина Шумилова
Өфө ҡала Советы өфөлөләрҙең Башҡортостандың баш ҡалаһында йола буйынса 12 июндә билдәләнеүсе Ҡала көнө тураһындағы фекерҙәрен асыҡлай. Был уңайҙан социологик һорау алыу Ҡала Советының рәсми сайтында үткәрелә.
Сайтҡа ингәндәргә, Ҡала көнөн билдәләйһегеҙме һәм дөйөм алғанда был көнгә ниндәй ҡараштаһығыҙ, тигән һорауҙарға яуап бирергә тәҡдим ителә. Бығаса яуап биргәндәрҙең күбеһе (яҡынса 56%) Ҡала көнөнә һәм уның айҡанлы үткәрелгән сараларға ыңғай ҡарауҙарын теркәгән. Респонденттар фекеренсә, бындай байрам ошо рәүешле һәр ҡалала билдәләнергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта һорауға яуап биреүҙә ҡатнашҡандарҙың 44 проценты Ҡала көнөн кисен ойошторолған фейерверк һәм ял итеү мөмкинлеге өсөн генә яратыуын йәшермәй.
«Башинформ» агентлығына ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тауыш биреүгә 12 июндән һуң йомғаҡ яһаласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика