Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-22 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Май 2012, 10:52
Рөстәм Хәмитов инвестициялар һәм кадрҙар буйынса республика комиссияларын булдырырға ҡушты
21 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Хакимиәтенә инвестициялар һәм кадрҙар буйынса ике республика комиссияһын булдырырға ҡушты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Тәүгеһе Башҡортостанда тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителгән инвестиция проекттарын ҡараясаҡ. Республика комиссия тарафынан хупланған проекттарҙы оҙатыу буйынса ярҙам күрһәтәсәк.
Кадрҙар буйынса комиссия республиканың министрлыҡ, ведомство һәм дәүләт предприятиеһы етәкселәре вазифаларына кандидаттарҙы тыңлаясаҡ. Уларҙы тәғәйенләү тураһындағы ҡарарҙар комиссия ултырышында фекер алышыуҙан һуң ҡабул ителәсәк. Кадрҙарҙы ошо рәүешле һайлап алыу туғанлыҡ мөнәсәбәттәре буйынса тәғәйенләүҙәрҙе тулыһынса бөтөрөргә ярҙам итәсәк, тип билдәләнеләр матбуғат хеҙмәтендә.
Ике комиссияға ла Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселек итәсәк, уларҙың ултырыштарында ул үҙе ҡатнашасаҡ.
Автор:
«Башинформ»
Теги:
башҡортостан президенты
кадрҙар
инвестициялар
Читайте нас