Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Апрель 2012, 16:13
Ейәнсура районы уҡытыусыһы «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалына лайыҡ булды
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Указы менән «Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль райондың Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге» балаларға өҫтәмә белем биреү муниципаль учреждениеһы педагогы Дамир Бикташев «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Был юғары наградаға Дамир Камил улы «экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек өсөн» лайыҡ булды, тиелә документта.
Автор:
Әлим Фәйезов
Теги:
рф президенты указдары
наградалар
Читайте нас: