04:15 (UTC+5), 28 Апреля 2012

Башҡортостан һәм Мәскәү Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Эльмира Сабирова
Йома, 27 апрелдә, Мәскәүҙең Халыҡ-ара Музыка йортонда республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән баш ҡала мэры Сергей Собянин Башҡортостан һәм Мәскәү араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Яҡтар фәнни-техник, иҡтисади һәм башҡа төрлө мәғлүмәт менән алмашыу, шулай уҡ иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында һөйләшеп килеште.
Мәскәү мэры Сергей Собянин төбәктәрҙең бихисап хеҙмәттәшлек ептәре, күп быуатлыҡ тарих менән бәйле булыуын билдәләне. Башҡортостан менән Мәскәү араһындағы тауар әйләнеше 20 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил итә, әммә төбәктәр бәйләнеше аҡса менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Мәскәүҙә 1000 студент уҡый, ике меңдән ашыу республика кешеһе Мәскәүгә дауаланырға килә. Фәнни, етештереү, сәнәғәт учреждениелары кимәлендә лә әүҙем хеҙмәттәшлек алып барыла.
— Был Килешеүгә ҡул ҡуйыу илдең ике ҙур төбәге араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереүгә етди этәргес бирәсәк, тип ышанам. Минең уйымса, Килешеү Мәскәүгә лә, Башҡортостанға ла файҙаға ғына буласаҡ, — тип билдәләне Сергей Собянин.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та Башҡортостан менән Мәскәү араһындағы хеҙмәттәшлектең ҙур перспективалары булыуына ышана.
— Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре – буш формаллек кенә түгел, ә ҡыҙыҡлы, оло, сағыу ваҡиға, — тине республика башлығы. — Меңләгән кеше килгән, әүҙем һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, инвесторҙар эҙләйбеҙ, иҡтисади ҡеүәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ, һәм бынан тыш, беҙҙең төбәктә ял итеүе, һауыҡтырыу үтеүе яҡшы булыуын, бик яҡшы курорттар селтәре барлығын күрһәтәбеҙ. Мәскәү халҡы элек-электән Башҡортостанға ял итергә йөрөй, һәм һәр ваҡыт бик ҡәнәғәт ҡайталар. Бынан тыш, иҡтисади мөнәсәбәттәр ҙә әүҙемләшә: предприятиеларыбыҙ тығыҙ кооперацияға инә. Бөгөн уларҙың күбеһенең милекселәре Мәскәүҙә йәшәй һәм, киреһенсә, Мәскәү предприятиеларының хужалары — Өфөнән, Башҡортостандан. Дөрөҫөн әйткәндә, шулай булырға тейеш тә. Бәйләнештәр ҙә арттырыла барасаҡ. Улар үҫтереләсәк, ә бөгөнгө Килешеүгә ҡул ҡуйыу – бындай хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең сираттағы этабы ул. Хәҙер иһә беҙ Башҡортостанда Мәскәү делегацияһын көтөп көтәбеҙ, һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырабыҙ.
— Мәскәү кеүек эре иҡтисади, индустриаль үҙәк менән Килешеү төҙөү беҙҙең өсөн бөтә яҡтан да отошло, — тип белдерҙе журналистарға республика Президенты. – Беҙ Мәскәүҙә Башҡортостандың бер нисә сауҙа нөктәһен асырға тәҡдим итергә йыйынабыҙ, күргәҙмәләр һәм презентациялар үткәреү өсөн баш ҡалала фирма магазиндары булһын ине. Берлектәге эшмәкәрлек планын әҙерләргә, ошо Килешеүҙе үтәү өсөн аныҡ пункттарҙы билдәләргә, һәм уларҙы тормошҡа ашыра башларға кәрәк.
Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов был эштең мәғлүмәти планда булыуын билдәләне.
— Был — донъя күләменә сығыу, беҙгә, республикаға, инвесторҙар йәлеп итеү. Был йәһәттән ҡарағанда билдәле уңыштарға өлгәштек. Бөгөн Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһында ҙур ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр үтте, һәм бик күп бизнесмендар беҙгә килергә теләк белдерҙе. Уларҙың 5 йәки 10 проценты булһа ла республикала үҙ бизнесын башлаһа, бик шәп буласаҡ. Шуға ла был практиканы дауам итәсәкбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Өҫтәп үтәйек, Мәскәүҙең Музыка йорто алдындағы майҙанда урынлашҡан башҡорт тирмәләре, үҙенсәлекле этнофольклор ихатаһы байрам ҡунаҡтарына башҡорт мәҙәниәте менән танышырға мөмкинлек бирҙе. Интерьер әйберҙәре, милли кейем, йолалар, республика бренды — башҡорт балы — былар барыһы ла башҡорт халҡының үҙенсәлектәрен, милли традицияларҙы һәм төрлө дәүерҙәге оҫталар сәнғәтен асырға ярҙам итте. Мәскәүлеләр баллап сәй эсте, ҡымыҙ, сәк-сәк, ҡаҙылыҡты тәмләп ҡараны. Ихатаны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та инеп күрҙе.
Йомалағы сараларҙы Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының концерты йомғаҡланы.
Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре шәмбе, 28 апрелдә, Башҡортостан кинематографистары менән төшөрөлгән документаль, нәфис һәм анимацион фильмдар күрһәтеү менән тамамлана.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Форматтар
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика