13:00 (UTC+5), 26 Апреля 2012

Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы коллективын Юғары лигала чемпион титулын яулауы менән ҡотланы

«Башинформ»
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы коллективына, илдең Юғары хоккей лигаһында чемпион титулын яулау айҡанлы, ҡотлау ебәрҙе.
— Бөтә республика исеменән һеҙҙе ысын күңелдән еңеү менән ҡотлайым! Тарихта тәүге тапҡыр Башҡортостан клубы Юғары лига чемпионы булды! – тиелә республика башлығының ҡотлау хатында.
Үҙҙәренең матур, һөҙөмтәле уйыны менән «Торос» уйынсылары «республиканың барлыҡ хоккей яратыусыларына ҙур ҡыуаныс килтерҙе», тиелә ҡотлауҙа. Президент иҫәпләүенсә, «Салауат Юлаев» командаһының тәжрибәле уйынсылары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙе ҡыуандыра алмаған» осорҙа был еңеү айырыуса мөһим.
— Һеҙ чемпион титулын легионерҙар түгел, ә нигеҙҙә Башҡортостан хоккей мәктәбендә шөғөлләнеүселәр уйнаған состав менән яуланығыҙ, был бик мөһим. Был йәштәребеҙгә, уларҙың тыуған республика өсөн көрәшеү теләгенә булған өмөттәребеҙҙе аҡлай. Киләсәк - Башҡортостан йәштәре ҡулында, - тиелә республика башлығының ҡотлау хатында.
Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы етәкселәренә, тренерҙар штабына, барлыҡ коллективына «юғары профессионализм, оҫталыҡ һәм еңеүгә ынтылыш өсөн» рәхмәтен белдерҙе. Президент уйынсыларға ярҙам иткән көйәрмәндәргә лә рәхмәтен еткерҙе, шулай уҡ «Торос»тың яңы миҙгелдә лә клубтың һәм республика хоккейының лидерлыҡ позицияһын нығыта аласағына ышанысын белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика