Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
11:40 (UTC+5), 25 Апреля 2012

Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы халыҡ-ара ойошма составына инде

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы «Һуғыш ветерандарының йәмәғәт комитеты» (War veterans Committee) халыҡ-ара союзы составына индерелде.
Тейешле ҡарарға Халыҡ-ара союз рәйесе генерал-лейтенант Руслан Аушев ҡул ҡуйҙы. Был, үҙ сиратында, Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзына Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Иҡтисади һәм Социаль Советы янында махсус консультатив статусҡа эйә булыу мөмкинлеген бирә.
— Бындай юғары кимәлгә сығыу беҙгә төрлө халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеген бирә, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов. – Үҙебеҙ хаҡында белгертеп, сит илдәргә йышыраҡ сыға аласаҡбыҙ, шулай уҡ ветерандар ойошмаларының халыҡ-ара акцияларында ҡатнашып, яңы эшлекле бәйләнештәр булдыра аласаҡбыҙ. Өфөгә юғары сит ил ҡунаҡтары йышыраҡ килә башлаясаҡ. Бындай ҡарар донъя кимәлендә Башҡортостан статусын күпкә арттырасаҡ.
Уның һүҙҙәренсә, Руслан Аушев Башҡортостан ветерандарының эшенә юғары баһа бирә. Атап әйткәндә, генерал йәмәғәтселектең Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреү буйынса башланғысын һәм республикала тормошҡа ашырылған «Йәшә һәм иҫлә» акцияһын хуплауын белдерҙе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика