05:52 (UTC+5), 28 Март 2012

Владимир Поцяпун Башҡортостан муниципалитеттарын перспективалы проекттар менән таныштыра

Марина Шумилова
Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Поцяпундың сираттағы төбәк аҙналығы «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашыуҙан башланды.
Өфөлөләр, тәү сиратта, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе дөрөҫ иҫәпләмәү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте. Депутатҡа ҡала янындағы Нуғай ауылы халҡының инициативалы төркөмө вәкиле лә килде, бына инде нисә йыл ул йорттарҙы электр селтәрҙәренә тоташтырыу мәсьәләһен хәл итә алмай. Электр селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн хәҙер шәхси төҙөүселәрҙән ҙур сумма – 300 меңдән ашыу аҡса һорайҙар. Владимир Поцупян фекеренсә, был мәсьәлә федераль кимәлдәге белгестәр менән хәл итеүҙе талап итә. Был һорау буйынса барлыҡ материалдарҙы депутат улар менән тикшермәксе.
Граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң, Владимир Поцяпун Ағиҙел ҡалаһы буйынса кәңәшмә үткәрҙе, унда егерме йыл элек атом электростанцияһын төҙөү эштәре туҡтатылған.
— Ағиҙел халҡы, республика министрҙары, урындағы хакимиәт чиновниктары менән осрашыуҙар миңә киләһе һығымта яһарға мәжбүр итте: Ағиҙел ҡалаһы хаҡында бер нисә миф йөрөй, - тине депутат. – Белгестәргә барыһына ла (Ағиҙел ҡалаһында йәшәүселәрҙән алып, республика, «Росатом» дәүләт корпорацияһы, Энергетика министрлығы етәкселәренә тиклем) хәлде асыҡлаған доклад әҙерләргә ҡуштым. Бөгөн электр энергияһына, кадрҙарға ҡағылышлы һәм башҡа айырым һорауҙарға яуап талап ителә. Был һорауҙарға яуаптар артабанғы юлдарҙы күрһәтәсәк, һәм улар, әлбиттә, халыҡҡа еткереләсәк.
Кисә Владимир Поцяпун Өфөлә арзан торлаҡ төҙөүҙәге эшләнмәләргә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проекттарға ҡағылышлы бер нисә кәңәшмә үткәрҙе, был муниципалитеттарға башҡа төбәктәрҙә бойомға ашырылған инновацион проекттар менән танышыу мөмкинлеген бирә. Бөгөн ул Федоровка районында урындағы властар һәм халыҡ менән осрашыуҙар үткәрергә планлаштыра.
Кесе йома депутат, берҙәм рәсәйлеләрҙең «Санкт-Петербург – диңгеҙ баш ҡалаһы» проекты координаторҙарының береһе булараҡ, экологик конференцияла ҡатнашасаҡ. Сара әлеге проект сиктәрендә төньяҡ баш ҡалала үтәсәк. Конференцияла Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашасаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика