Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
06:44 (UTC+5), 22 Марта 2012

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың пленар ултырышы асылды

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 50-се ултырышы бөгөн Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмовтың 2011 йылда кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын үтәү тураһындағы доклады менән асылды. Бынан һуң депутаттар дөйөм белем биреү системаһын яңыртыуға арналған «Хөкүмәт сәғәте»н үткәреү тураһында һөйләшәсәк.
Икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа депутаттар дүрт республика закон проектын ҡарарға планлаштыра. Улар - «Башҡортостан Республикаһында капитал һалыуҙар формаһында инвестиция эшмәкәрлеге тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законының 5-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһының Экология кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында ер мәсьәләләрен көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» һәм «Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» республика закон проекттары.
Беренсе уҡыуҙа республика парламентарийҙары туғыҙ закондар сығарыу инициативаһын тикшерәсәк. Шулай итеп, ғәмәлдәге «Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында», «Башҡортостан Республикаһының Юл фонды тураһында», «Башҡортостан Республикаһында һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлап ҡалыу тураһында», «Мәҙәниәт тураһында», «Башҡортостан Республикаһында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тураһында» республика закондарына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителде.
Депутаттар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың «Рәсәй Федерацияһының Енәйәт-процессуаль кодексына үҙгәрештәр индереү һәм Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закондар сығарыу акттарын (закондар сығарыу акттары положениеларын) ғәмәлдән сыҡҡан тип таныу тураһында»ғы Федераль закондың 1-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында»ғы Федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индереү буйынса закондар сығарыу инициативаһын тикшерәсәк.
Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында республиканың биш айырым суд участкаһына мировой судья вазифаларына кандидатуралар ҡараласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика