12:43 (UTC+5), 21 Марта 2012

Лилиә Ғүмәрова Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова кисә «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Уларҙың күпселеге парламент вице-спикерына торлаҡ мәсьәләһе буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Өфө районы Булгаков ауылында йәшәүсе ҡатындың үткән йылдың сентябрендә өйө янған. Биш кешенән торған ғаилә йортһоҙ тороп ҡалған. Торлаҡ фондынан ҡасан йорт бирәсәктәрен йәш ҡатын белмәй. Лилиә Ғүмәрова был мәсьәләне үҙ контроле аҫтына алды һәм бурыстарҙы үтәү сроктары хаҡында белешергә һүҙ бирҙе.
Ҡасандыр Учалы балалар йортонда тәрбиәләнгән йәш ҡатын ире һәм бер йәшлек балаһы менән Күмертауҙа йәшәй. Балалар йортонда тәрбиәләнгәнгә күрә, ул торлаҡ алыу хоҡуғына эйә. Ҡатын Өфөгә яҡын булған ерҙән торлаҡ алырға теләй. Лилиә Ғүмәрова закон нормалары буйынса бының мөмкин булмауын аңлатты, сөнки уларға ярашлы торлаҡты тәүге йәшәү урыны буйынса ғына алып була. Был осраҡта – Учалы районында. Лилиә Ғүмәрова торлаҡ алыуға иҫәпкә тороу өсөн тейешле документтар әҙерләүҙә ҡатынға ярҙам күрһәтелһен өсөн райондың социаль бүлеге менән бәйләнешкә сығырға һүҙ бирҙе.
Өфөлә йәшәүсе оло йәштәге ҡатын авария хәлендәге шәхси йортта йәшәй. Икенсе төркөм инвалиды булараҡ, ҡатын бына инде 20 йыл дауамында торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә тырыша. Лилиә Ғүмәрова үҙенең ярҙамсыһына ҡатындың үҙ районында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тороу-тормауын асыҡларға ҡушты. Әгәр сиратта тормаған булһа, райондың социаль хеҙмәтенә ҡатынды иҫәпкә ҡуйыу өсөн документтар әҙерләүҙә уға ярҙам күрһәтеүҙәрен тәҡдим итергә.
— Был мәсьәләне ентекле тикшереү зарур, - тип иҫәпләй Лилиә Ғүмәрова. – Бер яҡтан, кеше ауырый. Икенсе яҡтан, бәлки, ҡатын үҙе уны иҫәпкә ҡуйһындар өсөн документтарҙы ваҡытында әҙерләп тапшырмағандыр. Документтарҙы тикшергән ваҡытта, ҡайҙалыр формаль яуаптар ғына булыуы асыҡлана. Бында мәсьәләнең айышына төшөнөргә кәрәк.
Торлаҡ мәсьәләһе буйынса республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫарына күп балалы ғаилә башлығы ла мөрәжәғәт итте. Ул алты бала тәрбиәләй, әммә йәшәү өсөн уңайлы шарттарҙан мәхрүм.
— Һәр ҡабул итеү – һәр саҡ ҡатмарлы, сөнки һәр мөрәжәғәт артында кеше яҙмышы тора. Күп балалы ғаиләләр мөрәжәғәт иткәндә был айырыуса һиҙелә, - тине Лилиә Ғүмәрова. – Алты бала атаһы һөнәре буйынса уҡытыусы. Ҡалаларҙа социаль торлаҡ алыуға сираттарҙың ҙур булыуын аңлайбыҙ. Бында төбәктең райондарына йүнәлеште үҙгәртеү урынлы булыр ине. Мөрәжәғәт итеүсегә республиканың уҡытыусылар талап ителгән райондарының береһенә күсеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим иттем. Ҡайһы берҙә кешегә проблеманы хәл итеү механизмын ғына әйтеп ебәреү мөһим.
Ҡабул итеү йомғаҡтарын дөйөмләштереп, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары граждандар менән эшләү буйынса бындай алымдың мөһим булыуын һәм уның властың закондар сығарыу органдары эшмәкәрлегенең бер өлөшө булып тороуын билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика