06:02 (UTC+5), 16 Март 2012

Рөстәм Хәмитов Архангел районында булды

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
15 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Архангел районында булды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Иҫке Ырныҡшы ауылында республика Президенты йорт ҡуяндарын үрсетеү буйынса инвестицион проектты тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Өс йыл дауамында эшҡыуарҙар ферма, бесән һаҡлау урынын төҙөүгә 12 миллион һум аҡса йүнәлткән. Артабан производствоны үҫтереү планлаштырыла. Әле бында 800 баш йорт ҡуяны бар. Ферма етәкселәре һүҙҙәренсә, алдағы ваҡытта уларҙың һанын биш меңгә еткермәкселәр.
Йорт ҡуяндарын үрсетеү – табышлы тармаҡ. Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, был ферма нигеҙендә заманса эре предприятие булдырыу зарур.
«Башҡа бындай хужалыҡтар тәжрибәһен өйрәнеп, уны бында ҡулланырға кәрәк», - тине Рөстәм Хәмитов.
Максим Горький ауылында республика Президенты оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн «Мәрхәмәтлек» йорт-интернатында булды. Рөстәм Хәмитов пациенттар, социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, учреждение менән танышты һәм йорт-интернат китапханаһына «Китап» нәшриәтендә баҫтырылған китаптар бүләк итте.
Максим Горький ауылында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ урындағы мәҙәниәт йорто төҙөлөшөн үҙ контроле аҫтына алды. Бина 2003 йылда реконструкциялана башлаған, әммә финанс мәсьәләһе арҡаһында төҙөлөш туҡтатылған. Объектты төҙөп бөтөүгә яҡынса 25 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ.
Валентиновка ауылында Рөстәм Хәмитов «Биотоп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансыҡтарын ҡараны. Предприятие ағас эшкәртеүгә махсуслашҡан.
Предприятие эргәһендә 2007 йылда банкротлыҡҡа дусар булған ауыл хужалығы предприятиеһының ташландыҡ биналары урынлашҡан. Бында 700 кеше эшләгән. Хәҙер буш биналар муниципалитет ҡарамағында. Рөстәм Хәмитов Валентиновкала яңы эш урындарын булдырыу мәсьәләһен системалы рәүештә хәл итергә ҡушты.
Ошо уҡ ауылда республика башлығы дөйөм практика табибы офисында булды. «Вся Уфа» телеканалында тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Президентына Тамара Скрябина был офис эшен тергеҙеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Бында 2005 йылға тиклем дауахана булған, шулай уҡ хирургия һәм бала табыу бүлектәре, лаборатория эшләгән. 2009 йылда капиталь ремонт үткәрелгән, уға 25 миллион һум аҡса тотонолған. Әлеге ваҡытта офиста фельдшер һәм акушер ғына эшләй. Иң мөһиме – бында табип юҡ. Шуға күрә күпселек осраҡтарҙа халыҡҡа медицина ярҙамы алыу өсөн район үҙәгенә йөрөргә тура килә.
«Шундай ҙур бинаның буш тороуына аптырайым», - тине Рөстәм Хәмитов һәм кадрҙар проблемаһын, ғөмүмән, дөйөм практика табибы офисы эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
2012 йылда «Земство табибы» федераль проекты сиктәрендә Архангел районына йәш табиптарҙы йәлеп итеү планлаштырыла.
Приуралье ауылында Рөстәм Хәмитов урындағы халыҡ менән осрашты, улар күп фатирлы йорттарҙың иҫкереүе хаҡында әйтте. 1998 йылда «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән был йорт ауыл ҡарамағына күсерелгән. Капиталь ремонт бында бер ҙә үткәрелмәгән. Бының өсөн 26 миллион һум аҡса талап ителә.
Башҡортостан Президенты торлаҡ фондында тиҙ арала тәртип булдырырға ҡушты. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов яҡында урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды. Ул эшкә яраҡлы булмаған бинала урынлашҡан.
«Урындағы чиновниктар тәртип булдырыу өсөн тәғәйенләнгән. Бында тиҙ арала тәртип булдырылырға тейеш. Әгәр ауыл биләмәһе проблемалары хәл ителмәһә - һеҙгә башлыҡты ҡайтанан һайларға кәңәш итәм», — тип ауыл халҡына мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов.
Район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов Архангел районын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Бында рекреация зоналарын, шул иҫәптән тау саңғыһы комплексын булдырыу, шулай уҡ ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика