11:22 (UTC+5), 16 Марта 2012

Ирек Ниғмәтуллин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының почетлы билдәһенә лайыҡ булды

Евгений Рәхимҡолов
Элекке Өфө ҡала Советы башлығы, әле ҡала Советы рәйесе урынбаҫарҙарының береһе Ирек Ниғмәтуллин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының «Башҡортостан республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» почетлы билдәһенә лайыҡ булды. Награданы яңы ҡала Советының беренсе ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
— Ирек Ниғмәтуллиндың ҡала Советы етәксеһе вазифаһында башҡарған эшмәкәрлеге менән бик ҡәнәғәтбеҙ, - тине ул.
Республика парламенты спикеры БР Дәүләт Йыйылышы менән Өфө ҡала Советы араһында конструктив бәйләнештәр булдырылыуын да билдәләне.
Ирек Ниғмәтуллин шулай уҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың рәхмәт хатына ла лайыҡ булды. Рәхмәт хаты уға урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, ҡаланың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн тапшырылды.
— Икенсе саҡырылыш ҡала Советында эшләү дәүерендә Ирек Ниғмәтуллин күп эштәр башҡарҙы, - тине Владимир Балабанов. - Һәм әле лә, тик икенсерәк сифатта, ул үҙ эшен дауам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Форматтар
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика