Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Март 2012, 13:32

Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы үҙенең 25 йыллығына арналған республика конкурсын ойоштора

Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы үҙенең 25 йыллығына арналған республика конкурсын үткәрә. Бәйге девизы - «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар советтары. 25 йыл гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү юлында».
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ижтимағи һәм мәҙәни тормошҡа, эшҡыуарлыҡ һәм хужалыҡ итеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле эшләгән, ғаилә, балалар тормошон яҡшыртыуға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөҙөмтәле хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм уларҙың сәләмәтлеген һаҡлау өсөн шарттар булдырыуға булышлыҡ иткән ҡатын-ҡыҙҙар советтарын асыҡлау; йәмәғәтселек иғтибарын был советтар эшмәкәрлегенә йүнәлтеү; совет рәйестәре араһында лидерҙарҙы асыҡлау һәм уларҙың башланғыстарын яҡлау конкурстың төп маҡсаттары булып тора. Бәйгегә йомғаҡ БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Президиумы менән 1 апрелгә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы активистарының ойошманың 25 йыллығына арналған республика йыйылышында үтәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының ойоштороу конференцияһы 1987 йылдың 4 апрелендә үткәрелгән. БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы 70 ҡала һәм район, ауыл биләмәләренең 900-ҙән ашыу, шулай уҡ предприятие, ойошма һәм учреждениеларҙың 600-гә яҡын ҡатын-ҡыҙҙар советын үҙ эсенә ала. Союзға бына инде ун йылдан ашыу Рәшиҙә Солтанова етәкселек итә.
Автор: Марина Шумилова
Читайте нас