07:25 (UTC+5), 24 Февраля 2012

Башҡортостандан ике йөҙгә яҡын кеше Владимир Путинды яҡлаусылар митингыһында ҡатнашты

Сергей Захаров
23 февралдә Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путинды яҡлаусы йөҙ меңгә яҡын кеше «Лужники» стадионында йыйылды.
Хөкүмәт башлығына ярҙам йөҙөнән Мәскәүгә илдең һикһән төбәгенән делегаттар – дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты, сәнәғәт предприятиелары, йәмәғәт һәм профсоюз ойошмалары вәкилдәре, социаль, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре, студенттар килде.
Башҡортостандан ике йөҙгә яҡын кеше булды.
Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында белем алыусы Нәйлә Ғәйнанова һүҙҙәренсә, ул митингыға үҙе теләп барған, сөнки Владимир Путин алып барған сәйәсәткә тулыһынса ышана.
— Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путинға ярҙам йөҙөнән йөҙ меңдән ашыу кешенең бында килеүе халыҡтың уға ышанғанын иҫбатлай. Бөгөнгө көнгә унан да лайыҡлыраҡ кандидат юҡ. Башҡа бер дәғүә итеүсе лә илгә кәрәкле тотороҡлоҡто булдыра алмаясаҡ, - тип иҫәпләй «Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Азат Саҙрыев.
Рәсәй Президентына кандидатты яҡларға Дәүләт Йыйылышы рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов, «Йәш Гвардия» вәкилдәре лә килде.
Йыйылыш 13.00 сәғәткә билдәләнһә лә, халыҡ бер нисә сәғәт алдан уҡ йыйыла башланы. Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһағандан һуң, Владимир Путинды яҡлап билдәле музыканттар, сәйәсмәндәр, алып барыусылар, профсоюз лидерҙары үҙҙәренең фекере менән бүлеште.
Бынан һуң Владимир Путин үҙе сығыш яһаны. Ул барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
— Яҡлауығыҙ өсөн рәхмәт! Һеҙҙең һәр берегеҙҙе ҡосаҡлап, һәр кемеггеҙҙең ҡулын ҡыҫа алмайым, әммә мин барыһын да күреп торам һәм яҡлауығыҙ өсөн, әхлаҡи ярҙамығыҙ өсөн, һәр тауышығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Рәсәй өсөн көрәш дауам итә. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тине премьер, үҙенең күп һанлы яҡлаусыларына мөрәжәғәт итеп.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика