Шишәмбе, 14 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
05:21 (UTC+5), 21 Февраль 2012

Башҡортостанға визит менән Кувейт вәкилдәре килде

Тимур Рәхмәтуллин
Өфөгә Кувейт дәүләтенең ике вәкиле - «Аль-Васатыйя» халыҡ-ара үҙәгенең бүлек директоры доктор Салем Аль-Байануни һәм шәйех Джафар Аль-Хаддад килде. Ҡунаҡтар Башҡортостанға М.Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар Малахов тәҡдиме менән Рәсәйҙең «Аль-Васатыйя» фәнни-ағартыу үҙәге (Мәскәү) директоры Вячеслав Али Полосин саҡырыуы буйынса килде.
Илдар хәҙрәт һөйләүенсә, Ислам фәндәре өлкәһендәге белгестәр аҙна дауамында лекциялар уҡый, Өфө вуздарында асыҡ дәрестәр үткәрә, Башҡортостан мәсет һәм мәҙрәсәләрендә сығыш яһай. Бынан тыш, республиканың башҡарма власть вәкилдәре менән бер нисә рәсми осрашыу планлаштырыла.
Шулай итеп, көн элгәре улар М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары һәм уҡытыусылары алдында сығыш яһаны. Шул уҡ көндө профессор Аль-Байануни һәм шәйех Джафар Аль-Хаддад М.Солтанова исемендәге Ислам колледжында студенттарға диндәге төрлө фекерҙәр тураһында һөйләне.
Билдәләп үтәйек, «Аль-Васатыйя» Рәсәй үҙәгенең программаһы буйынса Кувейт белгестәре беҙҙең илдә булып киткәйнеләр, әммә Башҡортостанға улар тәүгә килде. Ҡағиҙә булараҡ, Кувейт шәйехтәре һәм профессорҙары илдең төбәктәрендә халыҡ араһында Ислам дине нигеҙҙәре буйынса ағартыу эшмәкәрлеген алып бара һәм педагогик процестың яңы методикалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Рәсәйҙең дин әһелдәре, шулай уҡ дәүләт власы органдары вәкилдәре (шул иҫәптән Башҡортостандан да) үҙ сиратында ваҡыты-ваҡыты менән Кувейтҡа барып ҡайта, унда улар теоретик курстар үтә һәм дәүләттең алдынғы сәйәси һәм дини хеҙмәткәрҙәре менән рәсми осрашыуҙар үткәрә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика