Балаҡатай районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Кәңәшмәлә республика башлығы ике аҙна элек Асҡын районында муниципалитеттар менән индивидуаль эшләү практикаһының башланыуын белдерҙе.
— Проблемаларҙа тулыһынса асыҡларға теләйбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Балаҡатай районы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдынғылар рәтенә инмәй. Бындағы иҡтисади хәл ауыр, һәм был бер-ике йыл ғына дауам итмәй, иҡтисади үҫеш кимәленән Балаҡатай районы уртаса республика күрһәткестәренән күпкә артта ҡала. Үткән йылдың ноябрендә 2015 йылға тиклем республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы программа ҡабул ителгәйне. Быға тиклем, йыл башында, бөтә муниципалитеттар үҙҙәренең социаль-иҡтисади үҫеш программаларын раҫлағайны. Был программаларҙың төп йүнәлештәре буйынса нимәләр эшләнгәнен бөгөн тикшерәсәкбеҙ.
Рөстәм Хәмитов аныҡ күрһәткестәргә нигеҙләнеп, Балаҡатай районындағы хәлгә анализ яһаны. Мәҫәлән, урындағы бюджеттың үҙ килемдәре менән тәьмин ителеше йыл башында 20% тәшкил итеп, уртаса республика күрһәткестәренән ике тапҡырға кәмерәк булһа, йыл аҙағына был күрһәткес 16 процентҡа тиклем кәмегән.
— Территорияларҙың финанс йәһәттән үҙҙәрен тәьмин итә алыу ҡеүәһен нығытыу – урындағы үҙидаралыҡты реформалауҙың төп бурыстарының береһе. Программа ҡабул ителһә лә, район, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә күтәрелмәй, - тип белдерҙе республика башлығы. – Йыл эсендә алты мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был 2010 йыл кимәленән 20 процентҡа тиерлек кәмерәк. Был күрһәткес буйынса район республикала һуңғы урындарҙың береһен биләй. Элек һандарҙың тулыһынса ысынбарлыҡҡа тап килмәгәнен аңлайбыҙ, әлбиттә. Әле был етешһеҙлек төҙәтелде, шулай ҙа торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре кәмей. Балаҡатайҙа эшһеҙҙәр һаны күп: эшһеҙлек кимәле 2 проценттан аҙ ғына ашыуыраҡ тәшкил итә, республикала иһә был күрһәткес 1,4 процентҡа тиң. Районда – эш хаҡы бик түбән. Әгәр уртаса республика күрһәткестәре Рәсәйҙекенән яҡынса 20 процентҡа түбәнерәк булһа, райондағы күрһәткестәр уртаса республикалағынан тағы 30 процентҡа түбән. Тимәк, эш хаҡы бында уртаса Рәсәй кимәленән ике тапҡырға кәмерәк. Бындай мөмкинлектәр менән артабан үҫешеүе бик ауыр буласаҡ.
Рөстәм Хәмитов район иҡтисадының төп тармағы булып торған ауыл хужалығы өлкәһендәге хәлдең дә ауыр булыуын билдәләне. Әгәр 20 йыл элек картуф – 300 гектар ерҙә, йәшелсә 20 гектар ерҙә сәселһә, былтыр был күрһәткестәр биш һәм ике гектар тәшкил иткән.
Шартлы һәр баш малға әҙерләнгән мал аҙығы күләмдәре буйынса ла район республикала һуңғы урындарҙың береһендә тора. Һөҙөмтәлә, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә баһа биреү күрһәткестәренә күҙәтеү яһау йомғаҡтары буйынса, Балаҡатай районы 2011 йыл дауамында 30-сы урындан муниципаль райондар араһында һуңғы урындарҙың береһе булған 40-сы баҫҡысҡа төшкән.
— Бөгөн беҙ барлыҡ тиерлек күрһәткестәр буйынса хәлдең насар булыу сәбәптәрен иғтибарлы тикшерергә тейешбеҙ, - тип белдерҙе республика Президенты. – Матди базаны нығытыу, ауыл хужалығы производствоһын, социаль өлкәне, торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү, инвесторҙар эҙләү йәһәтенән ниндәй саралар күрелде. Мин дөйөм һүҙҙәр түгел, ә райондың иҡтисадын артабан үҫтереү йәһәтенән аныҡ тәҡдимдәр ишетергә теләйем. Һәм һөйләшеү асыҡ булырға тейеш.