Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.78
+0.13
93.13
+0.45
68.84
+0.2
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Февраль 2012, 16:57

Башҡортостан парламентарийҙары выждан һәм дин тотоу иреклеге тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен өйрәнә

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты, Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков республика халҡы менән Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу иреклеге тураһындағы ҡануниәттең үтәлеше мәсьәләләре хаҡында тура бәйләнеш үткәрәсәк. Халыҡ менән аралашыу 14 февралдә 15-17 сәғәттәрҙә, 276-84-97 телефоны буйынса үтәсәк, тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.
Тура бәйләнеш төбәктәге Дәүләт Йыйылышының профилле Комитетының сираттағы ултырышы алдынан ойошторола, ултырыш барышында был мәсьәләләрҙе ентекләберәк тикшереү планлаштырыла.
Выждан һәм дин тотоу иреклеге мәсьәләләрендә үҙ-ара аңлашыусанлыҡҡа өлгәшеүгә 1997 йылда ҡабул ителгән «Выждан иреклеге һәм дини ойошмалар тураһында»ғы Федераль закон һәм 1991 йылда ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу иреклеге тураһында»ғы БР законы йүнәлтелгән.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: