Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Февраль 2012, 12:46

Рөстәм Хәмитов JBIC банкы вәкиллегенең башлығы Хироси Ивао менән «Сумитомо» компанияһы президенты Такехико Араины ҡабул итте

31 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Японияның JBIC халыҡ-ара хеҙмәттәшлек банкының Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса вәкиллеге башлығы Хироси Ивао һәм «Сумитомо» компанияһының Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса президенты Такехико Араи менән осрашты.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында Башҡортостанға Япониянан инвестициялар йәлеп итеү һәм Япония эшҡыуарҙары ҡатнашлығында, өр-яңы технологиялар ҡулланып, республикала берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы.
Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер проекттарҙы, тәҡдимдәрҙе тикшерергә мөмкинлек биргән был осрашыуҙың мөһимлеген билдәләне.
— Донъяның төрлө илдәрендә, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһында ҙур проекттар менән шөғөлләнгән етди структура етәкселәрен ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Һеҙҙең компанияларығыҙҙың Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙары менән эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыуын теләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. Ул ҡунаҡтарға республика тураһында һөйләне һәм Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһындағы иң ҙур субъекттарҙың береһе булыуын билдәләне.
— Беҙ халыҡ иҫәбе буйынса илдә етенсе урында торабыҙ. 2011 йыл йомғаҡтарынан күренеүенсә, сәнәғәт производствоһы күләмдәре буйынса ла, тулайым төбәк продукты буйынса ла күрһәткестәребеҙ Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ.
Беҙҙә традицион тармаҡ – нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм химия яҡшы үҫешә. Машиналар эшләү өлкәһе лә сәнәғәт етештереү күләмдәре буйынса һәйбәт үҫеш күрһәтә. Бынан тыш, ҡеүәтле төҙөлөш комплексы, ауыл хужалығы бар. Һис шикһеҙ, беҙҙә үҫешкән инфраструктура, юлдар, электр станциялары, газ һәм сәнәғәт производствоһына бәйле бөтә нәмә бар. Географик яҡтан уңайлы урынлашыуыбыҙ, бихисап фән өлкәһендә туплаған белемебеҙ беҙҙе Рәсәй Федерацияһының тотороҡло төбәге итә, — тине Президент.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика үҙенең үҫеш темптарын арттырыу өсөн ресурстарға мохтаж.
— Бер йыл самаһы элек Япония компаниялары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башланыҡ, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Әле был эшмәкәрлектең дауамын, бындай мөнәсәбәттәрҙең мөмкинлектәрен күрәбеҙ. Советнигым, Ришат Усман улы Муллагилдин, Башҡортостан Республикаһының Япониялағы рәсми вәкиле ҙур эш алып бара. Ул япон компаниялары, Япония фирмаларының вәкилдәре менән әүҙем эшләй. Инде аныҡ проекттарға күсергә ваҡыт. Етди эштәр башларға ине.
Ҙур банк вәкиллегенең башлығы Хироси Иваоға мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов банктың республика менән эшләү мөмкинлектәре тураһында ишетергә теләне. Ул йәнә «Сумитомо» компанияһы вәкилдәре менән Өфөлә хәрәкәт менән идара итеүҙең интеллектуаль системаһын булдырыу эштәре алып барылыуын билдәләне.
— Былар барыһы ла һәйбәт проекттар, әммә беҙ тормошҡа ашырыу моментын тиҙләтергә теләйбеҙ. Республика сит ил инвесторҙарына ҙур льготалар бирергә әҙер. Инвесторҙар менән бик иғтибарлы эшләйбеҙ, уларға уңайлы шарттар булдырасаҡбыҙ. Был шарттар ғәҙел, асыҡ буласаҡ, һәм беҙҙең менән эшләүҙең бер хәүефе лә юҡ, — тине республика башлығы.
Хироси Ивао Рөстәм Хәмитовҡа бындай осрашыу үткәреү мөмкинлеге өсөн рәхмәтен белдерҙе. Ул шулай уҡ JBIC банкының Токиолағы офисына визиты өсөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновҡа ла рәхмәт әйтте.
— Башҡортостандың Рәсәйҙәге иң ҙур төбәктәрҙең береһе булыуын аңлайбыҙ, — тине Хироси Ивао. — Һеҙ тәбиғәт ресурстарына бай, индустриаль секторығыҙ ныҡ үҫешкән. Башҡортостан Республикаһы – бик ҙур потенциалы булған төбәк. Сауҙа әйләнешенә килгәндә, әле ул 10 миллиард долларға тиерлек етте. Әммә Япония менән республика араһындағы сауҙа әйләнеше тураһына һөйләһәк, ул ни бары 30 миллион долларҙы тәшкил итә. Һәм, аңлауыбыҙса, әлеге ваҡытта Японияның бер генә компанияһы Башҡортостанға капитал һала. Шуға күрә әле Башҡортостан Республикаһы менән Япония араһындағы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн беҙгә ҙур мөмкинлектәр асыла, тип иҫәпләйбеҙ.
Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, «Япония компаниялары республиканың нефть эшкәртеү, нефть химияһы комплекстары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Әле яңы ҡоролмалар төҙөлә, поставкалар күләме лә ярайһы ҙур – йөҙәр миллион доллар».
Хироси Иваоның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Япония менән Башҡортостан араһында өс төп йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек булдырылған. Былар - Башҡортостан Республикаһы һәм «Сумитомо» менән «Мицубиши Хэви Индастрис» компаниялары араһында газға әйләндереү һәм көлдө иретеү алымы менән ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү. Икенсе йүнәлеш – акрил кислотаһы етештереүсе завод төҙөлөшөнөң проекты. Өсөнсөһө – этилен производствоһы («Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә).
— Был өс проект эшләнеп бөткәс, JBIC уларҙы финанслау мөмкинлеген ҡарарға әҙер, һәм беҙ был проекттарға һәр яҡлап ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ, — тип һүҙен тамамланы Хироси Ивао.
«Сумитомо» компанияһы президенты Такехико Араи, үҙ сиратында, «Сумитомо» компанияһы менән JBIC банкының оҙайлы тарихы булыуын, уларҙың Африкалағы, Америка, Азия, БДБ илдәрендәге бихисап проекттар буйынса хеҙмәттәшлек итеүен билдәләп китте. 40 йылдан ашыу элек «Сумитомо» компанияһының Мәскәүҙәге офисы асылған.. Был ваҡыт эсендә компания Рәсәй менән бик яҡшы мөнәсәбәттә булған.
Башҡортостан Япония компаниялары өсөн ярайһы ҡыҙыҡлы төбәк, сөнки ҙур ресурстарға, айырыуса нефть һәм газ запасына эйә.
— Шул уҡ ваҡытта Японияның тәбиғәт ресурстары ярайһы сикле, — тип билдәләне Араи әфәнде. — Шуның арҡаһында Японияға энергияны һаҡсыл файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау технологияларын эшләү өсөн күп көс һалырға тура килде. Әле бына республикала газға әйләндереү һәм көлөн иретеү алымы менән көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булдырылды. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экология өлкәһендә ҙур тәжрибәгеҙ барлығын беләм. Был газға әйләндереү һәм иретеү технологияһының өс төп өҫтөнлөгө бар: бөтә көнкүреш ҡалдыҡтарын да ошо рәүешле утилләштерергә мөмкин; һауаға диоксин бүленеп сыҡмай; ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һөҙөмтәһендә уларҙан 3 процент күләмендә генә көл ҡала. Газификацияла ҡулланылған температура Цельсий буйынса 1000 градусты тәшкил итә, ҡайһы бер осраҡтарҙа 1500 градусҡа етә.
Япония инженерҙары республика белгестәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләгәнгә күрә, Араи әфәнде был проектты тормошҡа ашырыуҙың яҡшы һөҙөмтәһе буласаҡ, тигән ышанысын белдерҙе. Ул шулай уҡ, «Сумитомо» компанияһы менән республика араһында билдәле бер моморандумға ҡул ҡуйылыуы ихтимал, тип белдерҙе. Араи әфәнденең һүҙҙәренсә, был меморандум әле белгестәр тарафынан тикшерелә.
Автор:Әлим Фәйезов | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: