Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
14+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Ғинуар 2012, 14:13

Рөстәм Хәмитов Асҡын районында булды

27 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Асҡын районында булды. Эш сәфәре барышында төбәк башлығы социаль өлкә объекттарының торошон тикшерҙе һәм территорияны социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Асҡын районы үҙәгендә Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөлөп ятҡан урында булды һәм уны төҙөкләндереү проекты менән танышты. Башҡортостан Президенты парк булдырыу идеяһын хупланы, Асҡындың әүҙем үҫешеүен һәм халыҡҡа ял итеү өсөн төҙөкләндерелгән урын кәрәк булыуын билдәләне.
Артабан Рөстәм Хәмитов 160 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты. 2012 йылдың авгусында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын сафҡа индереү планлаштырыла. Муниципаль хакимиәт вәкилдәре һүҙҙәренсә, Асҡында 300-ҙән ашыу сабый балалар баҡсаларына сиратта тора.
Шулай уҡ Асҡын ауылында Рөстәм Хәмитов Үҙәк район дауаханаһында булды. Республика башлығы терапия корпусын, поликлиниканы һәм балалар стационарын ҡараны. Дауахана етәкселәре хәбәр итеүенсә, бында терапевтар, офтальмологтар, педиатрҙар, неврологтар һәм башҡа белгестәр етешмәй. Дауалау учреждениеһы табиптарының уртаса айлыҡ эш хаҡы 27 мең һумдан аша.
Медицина учреждениеһы етәкселәре дауахананың иҫке бер бинаһына иғтибарын йүнәлтте, ул 1887 йылда төҙөлгән. Ошоға бәйле дауалау майҙансыҡтарын киңәйтеү проекты әҙерләнгән, уға ярашлы 60 урынлыҡ яңы дауалау корпусы төҙөләсәк. Объект хаҡы – яҡынса 200 миллион һум. Район етәкселеге алдағы йылдарға проектты республиканың адреслы инвестицион программаһына индереү өсөн уны Башҡортостан Хөкүмәтенә ебәрәсәк.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов «Асҡын урманы» дәүләт унитар предприятиеһында булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Цех ҡеүәте йылына ике мең кубометр ағас тәшкил итә. Предприятие продукцияһы һорау менән ҡуллана, әммә 2011 йылды предприятие көскә ыңғай баланс менән тамамлаған.
Асҡын ауылының Гагарин урамында Рөстәм Хәмитов күп фатирлы өс ҡатлы торлаҡ йортто ҡараны. Унда йәшәүсе Лилиә Мөхәмәтйәнова үткән йылдың ноябрендә рәсми сайт аша Башҡортостан Президентына 1977 йылда төҙөлгән йортҡа капиталь ремонт яһау үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Мөрәжәғәт республиканың Дәүләт торлаҡ инспекцияһына ебәрелгән. Бөгөнгө көнгә ремонт эштәре өлөшләтә генә үткәрелгән. Рөстәм Хәмитов район башлығына ҡыҫҡа сроктарҙа бындағы барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.
Ҡубыяҙ ауылында Башҡортостан Президенты урта мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты. Уҡыу йорто айырым корпустарҙа урынлашҡан. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре авария хәлендә. Төбәк башлығы балаларҙың уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды һәм башҡорт теле дәресендә булды.
Бынан һуң Асҡын районы үҙәгендә Рөстәм Хәмитов районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Республика башлығы Асҡын районының төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙенең иҡтисади күрһәткестәре менән маҡтана алмауын билдәләне. «Был эшселәрҙең күпләп китеүе, предприятиеларҙың ябылыуы менән бәйле».
Президент һүҙҙәренсә, «төбәктең ыңғай һәм кире яҡтары бар. Бында урман, нефть бар. Асҡын районы биләмәһендә 200 мең тоннанан ашыу нефть сығарыла, был бәләкәй һан түгел. Ә халыҡ килеме, ауыл бюджеттары ҙур түгел. Проблемалар етерлек. 10-15 йыл элек төҙөлә башлаған ташландыҡ объекттар ҙа бар».
Республика башлығы районға эш сәфәренән алған тәҫьораттары менән бүлешеп, ауылдарҙа емерелеп барған конструкцияларҙың булыуын билдәләне. Президент һүҙҙәренсә, уға территориялағы хәлде тулыһынса асыҡларға кәрәк. Һәм шуға ярашлы бергәләп системалы эшләү зарур.
Автор:Әлим Фәйезов | фото: Динар Кәлимуллин
Читайте нас: