Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
07:32 (UTC+5), 16 Ғинуар 2012

Республиканан ике мосолман эшмәкәре Кувейттағы халыҡ-ара семинарҙа ҡатнашты

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостан вәкилдәре Рәсәй делегацияһы составында Кувейт дәүләтенең «Әл-Васатыйя» халыҡ-ара үҙәгендә үткән семинарҙа ҡатнашты. Рәсәй делегацияһы составына 18 кеше – Мәскәү, Пенза, Татарстан, Башҡортостан, Чечня, Дағстан һәм Кемерово өлкәһенән 18 мосолман эшмәкәре инде. Башҡортостан исеменән халыҡ-ара форумда БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов менән Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе Рәсүл Янбаев сығыш яһаны.
БР мосолмандары Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, Әл-Кувейтҡа сәфәр барышында мәзхәб, ышаныу һәм патриотлыҡ, джиһад тойғоларының нисбәте, исламда лидерлыҡ мәсьәләләре буйынса лекциялар уҡылған. Рәсәй менән артабан хеҙмәттәшлек итеүгә һәм диалог алып барыуға әҙер булыуын белдергән Кувейттың вакиф һәм ислам эштәре буйынса министры урынбаҫары, «Әл-Васатыйя» үҙәге етәксеһе доктор Адель Әл-Фәләх менән осрашыуҙа семинарға йомғаҡ яһалған.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан вәкилдәренең «Әл-Васатыйя» халыҡ-ара үҙәгенә (Кувейт) сәфәрҙәре былтырҙан алып ойошторола. Бындай хеҙмәттәшлектең төп инициаторҙары булып М.Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар Малахов менән доктор Адель Әл-Фәләх сығыш яһаған. Бер йыл эсендә ғәрәп дәүләтенә Башҡортостандың дини эшмәкәрҙәре, вуз уҡытыусылары һәм башҡарма власть вәкилдәре барып ҡайтҡан. «Әл-Васатыйя» халыҡ-ара фәнни-ағартыу үҙәге белгестәре урталыҡты тотоусы ислам буйынса курстар һәм семинарҙар үткәреү өсөн программалар әҙерләй һәм уларҙы тормошҡа ашыра.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика