07:22 (UTC+5), 12 Декабря 2011

Өфөлә йәштәр митинг үткәрҙе

Евгений Рәхимҡолов
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы алдында йәштәрҙең митингыһы үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына был сараның төп ойоштороусыһы буып сығыш яһаған «Йәш Гвардия»ның төбәк бүлексәһенән хәбәр иттеләр. Митингыға йәштәрҙең башҡа йәмәғәт ойошмалары ла ҡушылған.
Митингыға сыҡҡандар юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу, йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм әүҙем тормош позицияһын пропагандалау кеүек йәштәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙе талап итеп сығыш яһаған.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкиле Александр Толстых билдәләүенсә, был маҡсаттарҙың барыһына ла әүҙем эшмәкәрлек алып барыу ярҙамында - пикеттар, митингылар, илдә барған хәл-ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекереңде белдереү һәм «Йәш Гвардия» ойошторған һәр төрлө социаль акцияларҙа ҡатнашыу арҡаһында ғына ирешергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика