05:59 (UTC+5), 08 Декабря 2011

Дәүләт Йыйылышы депутаттары яҙғы сессияла йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен тикшерәсәк

Людмила Терновая
Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының сираттағы ултырышы үтте. Депутаттар Дәүләт Йыйылышы Президиумының киләһе ултырышының көн тәртибенә индереүгә тәҡдим ителгән бер нисә закон проектын ҡараны. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылары) тураһында»ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы, «Документтарҙың мотлаҡ экземпляры тураһында»ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы республика закондары проекттары ла улар иҫәбендә.
Комитет «Мәғариф тураһында»ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын да ҡарарға тәҡдим итте. Үҙгәрештәргә ярашлы, дәүләт власы органдары мәктәптә туған тел һәм туған әҙәбиәтте өйрәнгән кешеләргә үрҙә һаналған дисциплиналар буйынса дәүләт аттестацияһы формаһын һәм уны үткәреү тәртибен билдәләйәсәк. Башҡортостан парламентарийҙары яҙғы сессия осоронда йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу проблемаһы буйынса фәнни конференция үткәреү кәрәклегенә лә туҡталды. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был мәсьәлә үткән аҙнала Башҡортостан Президентының БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә күтәрелгәйне. Депутаттар фекеренсә, сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу проблемаһы ведомство-ара характерҙа иҫәпләнә. Был мәсьәләне хеҙмәт баҙарында теге йәки был белгестәрҙең ниндәй һорау менән ҡулланыуына етди анализ үткәргәндән һуң ғына хәл итергә мөмкин. Йәнә депутаттар әйтеүенсә, төбәктә урта махсус белем биреү учреждениелары иҫәбен ҡыҫҡартырға кәрәк. Ошо рәүешле белем биреү процесы сифатына акцент яһаласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика