Был аҙнала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Үрге Тәтешле ауылында республиканың Тәтешле, Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама һәм Яңауыл райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙарҙың дауамы булып тора.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, «был осрашыуҙар аралашыу өсөн яҡшы мөмкинлек бирә. Һәм был эште мин махсус рәүештә һеҙҙең яҡта, республиканың төньяҡ өлөшөндә, тамамлайым».
— Барлыҡ ауыл биләмәләре рәйестәре менән таныштыҡ, барыһы менән дә мөнәсәбәттәр көйләнде. Уларҙың барыһы ла хәлде яҡшы аңлай. Власть системаһына үҙгәрештәр индереү, һеҙҙең кимәлдәге власты аҡса менән тәьмин итеү кәрәклеген аңлай. Һеҙгә күберәк хоҡуҡтар бирергә, матди яҡтан тәьмин итергә, һеҙҙе яҡларға кәрәк, контролдә тотоусы ойошмалар ҙа бик күп. Был һорауҙар минең өсөн яйлап асыҡлана башланы. Шуға күрә бындай осрашыуҙар минең өсөн юғары һөҙөмтәләргә эйә, - тине Президент.
Республика башлығы халыҡ менән бәйләнеш булдырырға кәрәклеген билдәләне.
— Төрлө сәбәптәр арҡылы мөнәсәбәттәр өҙөлдә, власть – үҙ тормошо, халыҡ үҙ тормошо менән йәшәй башланы. Шуға күрә халыҡ власҡа ышанмай башланы. Хәлде үҙгәртеү өсөн күп йылдар кәрәк. Әммә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеп була – тәү сиратта, ресурстар бүлеү өлкәһендә. Беҙ республика кимәлендә ябай халыҡ мәсьәләләрен хәл итә башларға тейешбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
— Алдағы йылда ауыл ерендә киләһе программаларҙы башларға ниәтләйбеҙ. Беренсеһе – ауылдарҙы төҙөкләндереү. Был бер йыллыҡ программа түгел, бәлки, ул 10 йылға ла һуҙылыр. Әммә урамдар төҙөк, таҙа булһын, юлдарға асфальт түшәлһен өсөн беҙ йыл һайын 1,5-2 миллиард һум бүлеп торорға тейешбеҙ.
Икенсе программа – урамдарҙы яҡтыртыу. Был программа өс йылға иҫәпләнгән: 1 миллиард 700 миллион һум. Өс йыл эсендә яҡтыртыу буйынса эштәрҙе тамамларға тейешбеҙ.
Киләһе программа – ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү. Ҙур, ауыр, бер нисә миллион һум аҡса талап иткән программаны, әлбиттә, бер-ике йыл эсендә генә хәл итеп булмай. Әммә мәсьәләне яйға һала алырбыҙ, - тине республика башлығы.
— Киләһе мәсьәлә ауылдарҙа йәшәүсе халыҡты хеҙмәтләндереүгә ҡағыла. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ремонт яһау зарур. Улар беҙҙә ике мең. 500-700 пункт насар хәлдә: уларҙы емереп, урындарына яңынан төҙөү хәйерлерәк булыр ине. Әлегә 100-150 пунктҡа ремонт эшләнгән. Һәм был эштең башы ғына. Был мәсьәлә буйынса Хөкүмәткә программа әҙерләргә ҡушылды.
Артабан эре ауылдарҙа балалар баҡсаларын төҙөргә тейешбеҙ. Киләһе йылда республикала 52 яңы балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк. Был яҡынса 7-8 мең урын тәшкил итәсәк. Һәм ике-өс йыл дауамында, мәсьәлә хәл ителгәнсе, эште ошо темпта дауам итәсәкбеҙ.
Ауыр хәлдә булған мәктәптәр мәсьәләһен дә ҡарарға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә төҙөлөп бөтмәгән инфраструктура объекттары бихисап, эштәрҙе тамамлар өсөн 30 миллиард һум аҡса кәрәк. Төҙөй башлағандар ҙа, ташлағандар. Беҙ улай төҙөмәйәсәкбеҙ: башлайбыҙ икән, мотлаҡ рәүештә тамамлаясаҡбыҙ, - тине Рөстәм Зәки улы.
— Эш урындары. Был – глобаль проблема. Фермаларҙы, ауыл хужалығы производстволарын тергеҙергә, әҙер продукция сығарыу буйынса яңы предприятиелар төҙөргә кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Киләһе йылдан «500 ферма» программаһын башлайбыҙ. Был бик ҙур программа. Ул кәм тигәндә ун биш миллиард һум торасаҡ. Һөҙөмтәлә биш-алты йыл дауамында беҙ 500 ферма төҙөргә йәки ремонтларға тейешбеҙ. Был ауылдарҙа яҡынса 60-80 мең яңы эш урынын булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Шулай уҡ фермалар төҙөү менән бер рәттән әҙер продукция сығарған производстволар төҙөү мөмкинлеген дә ҡарарға кәрәк. Һатып алыусылар бар. Беҙгә хәләл продукция һорап, мосолман илдәренән киләләр. Хәҙер Малайзия, Бангладеш менән эш итәбеҙ. Сауд Ғәрәбстаны беҙҙән ит һорай, Ҡытай беҙҙән ҡоро һөт һатып алырға әҙер, - тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты.